Мораҙым
+23 °С
Облачно
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
2 Сентября 2020, 09:07

Һырғанаҡтан витаминлы сәй

Һырғанаҡтар яйлап бешә лә башланы. Ғәҙәттә, октябрҙә генә өлгөргән емеш быйыл иртәрәк һутланды. Ул витаминдарға ныҡ бай. Мәҫәлән, С витамины цитрус емештәренә ҡарағанда ике тапҡыр күберәк, антиоксиданттар, май кислоталары ла бар уның составында. Һырғанаҡтан һәм балдан яһалған сәй – күңел төшөнкөлөгөнә ҡаршы иң яҡшы дауа. Ул шулай уҡ шешенеүҙе, елһенеүҙе бөтөрә. Сәй тәмле лә, файҙалы ла.Уны яһау өсөн 150 грамм һырғанаҡ, 2 аш ҡалағы ҡара сәй, бал һәм 500 мл һыу кәрәк. Емештәрҙе тәүҙә яҡшылап йыуып, өстән ике өлөшөнән пюре яһайбыҙ. Ошо иҙмәне, шулай уҡ ҡалған һыр­ғанаҡты, сәйҙе сәйнүккә һалып, ҡайнар һыу өҫтәргә кәрәк. 10-15 минуттан эсемлек әҙер булыр. Уға кәрәгенсә бал өҫтәргә мөмкин.Һырғанаҡты эҫе һыуҙа төнәтеп, әҙерәк шәкәр йә бал, бер киҫәк лимон һалып та эсемлек эшләргә була. Уны һыуыҡ көйөнсә лә эсергә була. Эҫе көйө эсһәң инде, һалҡын тейгәндә килешә.

Һырғанаҡтар яйлап бешә лә башланы. Ғәҙәттә, октябрҙә генә өлгөргән емеш быйыл иртәрәк һутланды. Ул витаминдарға ныҡ бай. Мәҫәлән, С витамины цитрус емештәренә ҡарағанда ике тапҡыр күберәк, антиоксиданттар, май кислоталары ла бар уның составында.
Һырғанаҡтан һәм балдан яһалған сәй – күңел төшөнкөлөгөнә ҡаршы иң яҡшы дауа. Ул шулай уҡ шешенеүҙе, елһенеүҙе бөтөрә. Сәй тәмле лә, файҙалы ла.
Уны яһау өсөн 150 грамм һырғанаҡ, 2 аш ҡалағы ҡара сәй, бал һәм 500 мл һыу кәрәк. Емештәрҙе тәүҙә яҡшылап йыуып, өстән ике өлөшөнән пюре яһайбыҙ. Ошо иҙмәне, шулай уҡ ҡалған һыр­ғанаҡты, сәйҙе сәйнүккә һалып, ҡайнар һыу өҫтәргә кәрәк. 10-15 минуттан эсемлек әҙер булыр. Уға кәрәгенсә бал өҫтәргә мөмкин. Һырғанаҡты эҫе һыуҙа төнәтеп, әҙерәк шәкәр йә бал, бер киҫәк лимон һалып та эсемлек эшләргә була. Уны һыуыҡ көйөнсә лә эсергә була. Эҫе көйө эсһәң инде, һалҡын тейгәндә килешә.
Читайте нас