Яйлап ҡына мул август та тамамланды. Хуш еҫле алма, армыт, сейә еҫтәренә алдаштырып, көҙ ҙә ишек ҡаға. Быйылғы уңыш менән ҡәнәғәт ҡалдығыҙмы? Ҡышҡылыҡҡа витаминдар, “йәй төҫөн” банкаларға ябып, тәмлекәстәр әҙерләп өлгөрҙөгөҙмө? Бер талай эштәрҙән саҡ арынһаҡ та, баҡсаны ла көҙгә әҙерләй башларға кәрәк. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы агрономы Айһылыу Камалетдинова нимәгә иғтибар итергә икәнлеген һөйләй:
- Көҙгө алмаларҙы йыйырға ваҡыт. Уларҙы өлгөрөр алдынан бер 3 – 5 көн алда йыйһағыҙ, оҙағыраҡ һаҡлана. Ағастан емеште йыйғанда уның тышын әрсеп ҡуймағыҙ. Ә бына ҡойолған алмаларҙы ваҡытында йыйып, яндырыу хәйерлерәк, сөнки тап уларҙа алма күбәләге үрсей.
Ҡыуаҡтар ултыртырға булһағыҙ – әле тап мәле. Ҡарағат һәм крыжовникты ҡурҡмайынса күсереп ултыртырға була. Бының өсөн соҡор әҙерләп, унда берәр биҙрә торф серетмәһе һәм тиреҫ һалығыҙ. Үҫентеләрҙе ҡыяраҡ итеп ултыртып, баштарын бер аҙ киҫеп ултыртығыҙ.
Ай дауамында ерҙең дымлылығын тикшереп тороғоҙ.
Ҡурай еләгенә лә ҡышҡылыҡҡа әҙерләнергә ваҡыт етте. Уны киҫеп, аҫтын таҙартып, быйыл уңыш биргән ботаҡтарын алырға кәрәк. Үҫентеләрен ултыртыу өсөн дә шәп мәл. Тик ҡара ҡарағат һәм сейәнән улар алыҫыраҡ булһын.