Мораҙым
+17 °С
Облачно
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
25 Июля 2020, 17:12

Ҡабаҡ ҡушылған манты

Манты әҙерләү өсөн кәрәк күркә ( йәки тауыҡ) бото, ҡабаҡ, тоҙ, йәшел шәфәри (петрушка), тоҙ кәрәк буласаҡ.

Манты әҙерләү өсөн кәрәк күркә ( йәки тауыҡ) бото, ҡабаҡ, тоҙ, йәшел шәфәри (петрушка), тоҙ кәрәк буласаҡ.

Әҙерләү:

— Бот итен ваҡ ҡына итеп турағыҙ.
— Ҡабаҡты йыуып, төштәренән, ҡабығынан таҙартығыҙ ҙа уны ла ваҡ шаҡмаҡтарға бүлегеҙ.
— Ит менән ҡабаҡты туралған йәшел шәфәриҙө бергә ҡушып, һәйбәтләп бутағыҙ.
— Билмәнгә әҙерләгәндәй, ҡамыр баҫығыҙ. Уны йоҡа ғына итеп йәйәгеҙ ҙә иңе-буйы 8-9 см булған шаҡмаҡтарға киҫегеҙ.
— Уларҙың өҫтөнә фарш һалып, мантының ҡырыйҙарын семтеп йәбештерегеҙ.
— Манты бешергескә (мантышница) теҙеп һалып, быу өҫтөндә 30- 40 минут бешерегеҙ.
Читайте нас