Мораҙым
+16 °С
Ясно
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
11 Июля 2020, 12:52

Әсетке, йәки кеүәҫ

Күп кешеләр эсер өсөн әсетке йәки төрлө икмәк орлоғонан кеүәҫ яһай. Орлоҡтарҙы һыуҙа сылатып бер йылы урында бүрттерәләр үә шыттыралар. Шунан тигермәндә тарттырып он иткәс, ҡайнар һыуға һалып ҡайнаталар.

Күп кешеләр эсер өсөн әсетке йәки төрлө икмәк орлоғонан кеүәҫ яһай.
Орлоҡтарҙы һыуҙа сылатып бер йылы урында бүрттерәләр үә шыттыралар. Шунан тигермәндә тарттырып он иткәс, ҡайнар һыуға һалып ҡайнаталар. Уның файҙалы матдәләре, бигерәк тә крахмалы сыға үә ҡуйы була. Быға ҡайнаған һыу ҡатнаштырып, аҙыраҡ сүпрә һалып әсетәләр. Әсеп еткәс эсергә бик тәмле үә күңелгә бик хуш бер эсемлек була. Был әсеткелә бер аҙ спирт та булалыр, ундағы крахмал әсеүенән хасил булалыр. Әсетке бик яҡшы үә туҡлыҡлылыр. Әммә әсеп етмәһә бик насар үә тәмһеҙ була. Шуға күрә, хәстәләр үә балаларға әсеп етмәгән әсеткене бирмәҫкә. Иҫкерә үә өҫтөнә һеркә ултыра башлаһа эсмәҫкә кәрәк.
Фото: mircooking.ru
Читайте нас