Йомортҡа, эремсек мул саҡта ошо тәмле лә, файҙалы ла "Батшалар ләүәше" (Королевская ватрушка) исемле тәмлекәсте бешереп яҡындарыбыҙҙы ҡыуандырайыҡ әле.
Ҡамыр өсөн:
*ярты маргарин йә ҡаты ҡаймаҡ (150 г тирәһе),
*ярты стакан шәкәр,
*1 балғалаҡ сода кәрәк буласаҡ.
Ошо ингридиенттарҙан умас ҡамыры кеүек итеп ыуабыҙ.
Эслек өсөн:
*эремсек 300 г ,
*йомортҡа -5—6 дана,
*әҙерәк ванилин,
*ярты стакан шәкәр кәрәк буласаҡ.
Быларҙың барһын ҡушып, болғатып эслек әҙерләйбеҙ.
Табаға әҙер ҡамырҙың яртыһын һалабыҙ, өҫтөнә эслекте һәм ҡалған ҡамырҙы һибеп, 180 градус ҡыҙыулығында 35—40 минут бешерәбеҙ.