Сәк-сәк бешерәбеҙ
Йомортҡаларҙы һәйбәтләп бутап, тоҙ, сода, эретелгән аҡ май ҡушығыҙ, hуңыраҡ иләнгән он ҡушып, йомшаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамырҙы дымлы туҡыма менән ябып 1 сәғәт тотоғоҙ.Сәк-сәкте төрлө яҡтарҙа төрлөсә эшләйҙәр. Шуның өсөн сәк-сәктең ҡамырын эре, ваҡ, йоморо, оҙонса итеп киҫергә мөмкин.
Ҡамыр өсөн кәрәкле аҙыҡтар: өс йомортҡа (йылы булырға тейеш), бер сәй ҡалағы — эретелгән аҡ май,
бер стакан — иләнгән он,
бер семтем — сода,
300 гр. — бал.
Сироп өсөн кәрәкле аҙыҡтар:
100гр. — шәкәр ҡомо,
60 гр. — бал,
1 аш ҡалағы — hыу.
Ҡамырҙы әҙерләү ысулы
Йомортҡаларҙы һәйбәтләп бутап, тоҙ, сода, эретелгән аҡ май ҡушығыҙ, hуңыраҡ иләнгән он ҡушып, йомшаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамырҙы дымлы туҡыма менән ябып 1 сәғәт тотоғоҙ.
Сәк-сәкте төрлө яҡтарҙа төрлөсә эшләйҙәр. Шуның өсөн сәк-сәктең ҡамырын эре, ваҡ, йоморо, оҙонса итеп киҫергә мөмкин.
Ҡамырҙы йоҡаҡ итеп 5 мм ҡалынлығында йәйегеҙ, йәймәне 5—7 мм ҡалынлыҡта таҫмалар итеп киҫегеҙ. Ул таҫмаларҙы ҡәләм ҡалынлығына тиклем ҡул менән тәгәрәтегеҙ. Әҙерәк кипкәндән hуң (5 минут тирәhе) вак ҡына итеп бармаҡ быуынындай ҙурлыҡта турағыҙ. Сәк-сәкте ҡалын, төплө hауытта (ҡаҙанда) ҡайнаған майҙа сильпәк менән hалам төҫөнә тиклем бешерегеҙ. Сәк-сәктең бөтә яҡтары бер төҫтә бешhен өсөн, уны бешергәндә болғатып торорға кәрәк. Бешкәндән hуң, ҡайнап торған майҙан алып, артыҡ майы ағып төшhөн өсөн сәк-сәкте дуршлагҡа hалығыҙ.
Сиропты әҙерләү
Шәкәр ҡомона hыу ҡойоғоҙ, утҡа ҡуйып эретегеҙ, болғата-болғата ҡайнатып сығарығыҙ hәм бал өҫтәгеҙ. Сироп ҡуйыра башлағансы яй утта 30 минут болғатып ҡайнатығыҙ.
Сәк-сәк hыуынғас, ризыҡты айырым hауытта балдан эшләнгән сироп менән бутағыҙ.
Аҙаҡ hауыттарға өйөп hалығыҙ, ҡулдарҙы hыуыҡ hыуға манып, сәк-сәкте формаларға килтерегеҙ. Сәк-сәкте шулай уҡ йөҙөм һәм борсаҡ кәнфиттәр менән биҙәргә була.
Файҙалы кәңәштәр төркөмөнән алынды