Мораҙым
+16 °С
Облачно
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
6 Июня 2020, 07:35

Бал ҡортоноң ағыуы шифалы

Бал ҡортоноң ағыуы ниндәй сирҙәрҙән дауалай тиһәк, беренсенән, был – кардиологик, неврологик сирҙәр. Ревматизм, тире ауырыуҙары ла ҡорт ағыуы менән яҡшы дауалана. Шулай уҡ эндокрин системаһының дөрөҫ эшләмәүе ваҡытында ла бал ҡортоноң ағыуы булыша. Ул эске секреция биҙҙәренә тәьҫир итеп, гипофиз, бөйөр өҫтө, ҡалҡан, ашҡаҙан аҫты биҙен, енес гормондары етештереүсе биҙҙәрҙе яҡшыраҡ эшләргә мәжбүр итә. Апитерапияның күҙ, та­маҡ, танау, ҡолаҡ ауырт­ҡанда ла һөҙөмтәһе бар икән.

Балдың файҙаһын барыбыҙ ҙа белә. Уның сихәте тураһында хатта Ҡөрьәндә лә яҙылған. Изге китабыбыҙҙың 16-сы сүрәһе “Бал ҡорто” тип аталып, 68-69-сы аяттарҙың тулыһынса бал ҡорто һәм балдың шифаһына арналыуы – үҙе бер дәлил.

Әле бит был йән эйәләре гә­рә­бәләй балдары менән генә түгел, кешеләрҙе дауалай алыу үҙенсәлектәре һөҙөмтәһендә лә билдәле. Бал ҡортонан саҡты­рып, шаҡтай сирҙәрҙән арынып була.

Бындай дауа ысулы апитерапия тип атала. Дауалана баш­лағансы аллергия булыу-булмауын тикшертеү мәжбү­ри. Бындай дауа курсы 10 көндән алып 20 көнгә тиклем. Бөжәктән тәндең теләһә ҡайһы ерен түгел, ә биологик әүҙем нөктәләрҙе генә саҡтыралар.

Бал ҡортоноң ағыуы ниндәй сирҙәрҙән дауалай тиһәк, беренсенән, был – кардиологик, неврологик сирҙәр. Ревматизм, тире ауырыуҙары ла ҡорт ағыуы менән яҡшы дауалана. Шулай уҡ эндокрин системаһының дөрөҫ эшләмәүе ваҡытында ла бал ҡортоноң ағыуы булыша. Ул эске секреция биҙҙәренә тәьҫир итеп, гипофиз, бөйөр өҫтө, ҡалҡан, ашҡаҙан аҫты биҙен, енес гормондары етештереүсе биҙҙәрҙе яҡшыраҡ эшләргә мәжбүр итә. Апитерапияның күҙ, та­маҡ, танау, ҡолаҡ ауырт­ҡанда ла һөҙөмтәһе бар икән.

Ҡорт ағыуы барлыҡ физиологик процестарҙың иң шәп катализаторы булып тора. Ул беренсе сиратта кешенең нервы системаһына тәьҫир итеп, организмды уятып ебәрә. Бал ҡорто ағыуы һөҙөмтәһендә ҡан тамырҙары киңәйеп китә, йөрәк мускулдары яҡшыраҡ эшләй, ҡан баҫымы нормал­ләшә. Ул хатта холестеринды ла кәметә ала.

Аяҡтағы ҡан тамырҙары киңәйеүҙән дә апитерапияның шифаһы бар, сөнки ҡорт ағы­уы ҡандың составын яҡшыр­та, тромбтарҙы иретә, ҡанды шы­йыҡлай. Ҡан тамырҙары киңәйеп, аяҡты ҡайҙа ҡу­йырға белмәгәндә, күптәр нәҡ ҡорттан саҡтырып ҡына ауыртыуҙан ҡотолдоҡ, тиҙәр.

Замана ауырыуы остеохондроз һәм артроздан да бал ҡорто ярҙамында ҡотолорға мөмкин икән.

Апитерапия Паркинсон ауырыуын дауалағанда ла яҡшы һөҙөмтәләр бирә, ти табиптар. Был ҡорт ағыуында дофамин матдәһе булыу һәм ағыуҙың үҙенең дә организмда дофамин эшмәкәрлеген яҡшыр­тыуы менән аңлатыла.

Бал ҡортоноң ҡаяуы бер ҡулланылышлы шприцты хәтерләтә. Ҡорт саҡҡан ва­ҡытта организмға бик аҙ миҡ­дарҙа ағыу индерелә. Уның составында 50-нән ашыу микроэлемент бар.

Йәйгә аяҡ баҫтыҡ. Бал ҡорттары безелдәшеп оса башланы. Ошо тәбиғи докторҙарға хөрмәт менән ҡараһаҡ ине.
Читайте нас