Мораҙым
+22 °С
Ясно
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
28 Апреля 2020, 18:48

Һуған сәсергә әҙерлән...

Күптәр һуғанды май байрамдарында ултыртыусан, әммә һауа температураһы 8 градустан түбән төшмәҫкә тейеш. Шулай уҡ ҡырау төшкәндә һуғанды ултыртыу кәңәш ителмәй. Башлы һуғанды ултыртыу буйынса халыҡ күҙәтеүҙәренә лә иғтибар итеү зыян итмәҫ.

Күптәр һуғанды май байрамдарында ултыртыусан, әммә һауа температураһы 8 градустан түбән төшмәҫкә тейеш. Шулай уҡ ҡырау төшкәндә һуғанды ултыртыу кәңәш ителмәй. Башлы һуғанды ултыртыу буйынса халыҡ күҙәтеүҙәренә лә иғтибар итеү зыян итмәҫ.
Һуғанды ләлә һәм нәркәс сәскә атҡас ултырталыр.
Күлдә баҡалар баҡылдаша башлағас, һуған ултыртыр ваҡыт етте тигән һүҙ.
Муйыл ағасында тәүге япраҡ күренеү менән ул сәскә атҡан осорға тиклем ултыртҡан һуған мул уңыш бирә.
Һуған ҙур һәм һутлы булһын өсөн яҡты урынға ултыртыу мотлаҡ. Помидор, ҡыяр, борос, картуф үҫкән урында һуған ултыртһаң, ул яҡшы үҫәсәк. Ә бына һарымһаҡ һәм борсаҡ булған ерҙә уны бөтөнләй ултыртмауың хәйерле.
Һуғанды ергә сәсер алдынан уның орлоғон (севок) марганцовкалы һыуға бер аҙ һалып алырға кәрәк. Тупраҡҡа ултыртыр алдынан уның өҫкө өлөшөндәге ҡойроғон саҡ ҡына ҡырҡырға кәрәк. Башлы һуғандарҙы рәт буйынса сәсергә кәрәк, уларҙың араһы 40 см тирәһе булһын. Ике һуған араһы 7 см тирәһе, һуғандың ҡойроғо тупраҡтан 2 мм самаһы сығып торорлоҡ итеп ултыртһағыҙ, көҙгөләккә уңышығыҙ мул булыр. 10-12 көндән һуң һуған тишелеп сыға, уларға һыу һибеп тороғоҙ. Улар һәр саҡ дымлы булырға тейеш. Шулай уҡ һуғандың өҫтөндә ҡабыҡ барлыҡҡа килмәһен өсөн даими рәүештә тупраҡты йомшартып тороғоҙ.
Үҙегеҙҙең баҡсала үҫкән һуған әсе, ҡаты һәм тығыҙлығы менән кибеттән һатып алғандан күпкә айырыла, яҡшы һаҡлана. Шуға күрә һуғанды үҙегеҙ сәсһәгеҙ, яҡшыраҡ һәм файҙалыраҡ та булыр.
Фото: Ирекле сығанаҡтан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас