Кискә ниҙәр әҙерләйһегеҙ, дуҫтар? Ошондай запеканка өҫтәлегеҙгә һәр саҡ йәм өҫтәр. Табындарығыҙ түңәрәк, эштәрегеҙ уң булһын!
Был ризыҡты әҙерләү өсөн 250 грамм эремсек, бер аш ҡалағы шәкәр, 0,5 сәй ҡалағы тоҙ, ике йомортҡа, ике аш ҡалағы манный ярмаһы, ярты стакан һөт кәрәк.
Башта манный ярмаһын һөт менән бутап, ун минутҡа ҡалдырабыҙ. Ярма күтәрелеп сыҡһын өсөн. Шунан йомортҡаны шәкәр менән туғыйбыҙ. Эремсек, тоҙ, күтәрелгән манныйҙы өҫтәп, һәйбәтләп бутайбыҙ.
Артабан форманы майлап, манный ярмаһы һибеп, әҙер ҡатнашманы ҡоябыҙ. Мейесте 200 градусҡа тиклем йылытып, 40 минут тирәһе бешерәбеҙ.