ҠУҘЫ
Эшегеҙ уңышлы барыр. Аҡсаға бәйле мәсьәләләр тынғылыҡ бирмәҫ, тик борсолорға урын юҡ кеүек. Отошло проекттар тәҡдим итеүҙәре ихтимал. Мөхәббәт өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр көтөлә.
БУҒА
Бөтәһе лә һеҙ планлаштырғанса барыр. Эштә етәкселек һеҙҙән ҡәнәғәт. Ваҡиғаларҙы ашыҡтырмағыҙ. Аҡсағыҙҙы оҙайлы проектҡа һалырға мөмкин.
ИГЕҘӘКТӘР
Һуңғы арала ялҡауланып киттегеҙ түгелме? Үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ – тиҙҙән бер нисә ҡыҙыҡлы һәм отошло тәҡдим яһарҙар. Ниәттәрегеҙҙе башҡалар менән уртаҡлашырға ашыҡмағыҙ, көнсөлдәр идеяғыҙҙы үҙләштереп ҡуймаһын.
ҠЫҪАЛА
Эш урынын алмаштырырға теләһәгеҙ, ҡулай ваҡыт етте. Тик бер генә кәңәш: ашыҡмағыҙ, тәҡдимдәрҙе ентекле өйрәнегеҙ. Матди хәлегеҙ тотороҡланыр. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәр яйға һалыныр.
АРЫҪЛАН
Ремонт, торлаҡты төҙөкләндереү кеүек мәшәҡәттәр менән шөғөлләнергә кәңәш ителә. Аҡсаға бәйле ҡыйынлыҡ тыуһа, кредит алырға мөмкин. Өлкәнерәк туғандарығыҙға иғтибарҙы йәлләмәгеҙ. Мираҫ мәсьәләләре уңышлы хәл ителер.
ҠЫҘ
Сетерекле проблемаларҙы хәл итә алырһығыҙ. Ауыр мәлдәрҙә туғанығыҙ ярҙамға килер. Финансҡа бәйле ҡарар ҡабул иткәндә иғтибарлы булығыҙ. Аҡсағыҙҙы бушҡа сарыфламағыҙ, бурысҡа алмаҫҡа тырышығыҙ.
ҮЛСӘҮ
Уңышлы осор. Һәр йүнәлештә – һөнәри үҫештә лә, һаулыҡ өлкәһендә лә, романтик мөнәсәбәттәрҙә лә – ыңғай алға китеш тойорһоғоҙ. 14 октябрҙән һуң тыуғандарға хис-тойғоларын бер аҙ ауыҙлыҡларға кәңәш ителә.
САЯН
Кәйефегеҙ төшмәһен тиһәгеҙ, яҡындарығыҙҙың фекерен иҫәпкә алырға өйрәнегеҙ. Был арала яңы һөнәр үҙләштереү мөмкинлеге тыуыр. Эштә иңегеҙгә күп бурыс алырға тырышмағыҙ, уларҙы ваҡытында үтәй алмауығыҙ бар.
УҠСЫ
Аҙна башы бер аҙ һүлпәнлектән башланыр, моғайын. Әммә шаршамбыға әүҙемлегегеҙ артыр. Етәкселек ниндәйҙер эште тиҙләтергә ҡушыр. Һеҙ иһә хеҙмәт хаҡын арттырыуҙы һорай алаһығыҙ.
ЫЛАҠ
Эш урынында ҡыҙыҡлы тәҡдим яһарҙар, моғайын. Ғаилә тормошонда тотороҡһоҙлоҡ көсәйер. Низағ-бәхәскә юл ҡуймаҫҡа, сабыр булырға тырышығыҙ. Иң ҡулайы – яҡын киләсәккә план ҡороу, ниәттәрегеҙҙе барлау.
ҺЫУҒОЯР
Был аҙнала карьераға ныҡлы баҫым яһарға кәрәк. Яңы вазифа йәки эш командировкаһы тәҡдим итеүҙәре ихтимал. Белемегеҙҙе, һөнәри оҫталыҡты үҫтереү зыян итмәҫ. Алған мәғлүмәттең тиҙҙән файҙаһын күрерһегеҙ.
БАЛЫҠ
Ҡыҙыҡлы идеяларға бай аҙна. Берәүҙе лә тыңламағыҙ, үҙегеҙсә эш итегеҙ. Тик маҡтанмағыҙ, көнсөлдәр күп. Башлаған эште мотлаҡ аҙағына еткерегеҙ. Ял көндәрендә ҡунаҡ килеүе ихтимал.