Мораҙым
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
23 Март 2020, 10:00

ЙОНДОҘНАМӘ (23 – 29 март)

ҠУҘЫ Эшегеҙҙә йыйылып киткән мәсьәләләрҙе хәл итеү мөм­кин­леге бар. Тик әүҙем һәм ны­ҡышмалы булығыҙ, ваҡы­тынан алда паникаға бирелмәгеҙ. Йомала сағыу ваҡиға көтөлә.БУҒА Кеше мәшәҡәттәре менән шөғөлләнергә тура килер. Яңы идеяларҙы тормошҡа ашы­рыуҙы бер аҙ кисектереп торорға кә­ңәш ителә. Аҙна аҙағында күрһәткән ты­рышлығығыҙ тейешле һөҙөмтә бирер.ИГЕҘӘКТӘРДАУАМЫН БЕҘҘЕҢ САЙТТА УҠЫҒЫҘ:

ҠУҘЫ
Эшегеҙҙә йыйылып киткән мәсьәләләрҙе хәл итеү мөм­кин­леге бар. Тик әүҙем һәм ны­ҡышмалы булығыҙ, ваҡы­тынан алда паникаға бирелмәгеҙ. Йомала сағыу ваҡиға көтөлә.

БУҒА
Кеше мәшәҡәттәре менән шөғөлләнергә тура килер. Яңы идеяларҙы тормошҡа ашы­рыуҙы бер аҙ кисектереп торорға кә­ңәш ителә. Аҙна аҙағында күрһәткән ты­рышлығығыҙ тейешле һөҙөмтә бирер.

ИГЕҘӘКТӘР
Аҙна буйы ваҡиғалар үҙә­гендә булырһығыҙ. Отошло проекттар, ҡыҙыҡлы арала­шыуҙар, сәфәрҙәр көтөлә. Эшегеҙҙә яңы үрҙәр яуларһығыҙ. Хыялдарығыҙ тор­мошҡа ашыр.

ҠЫҪАЛА
Ҡорған пландарығыҙҙан тайпылмаҫҡа тырышығыҙ. Алған мәғлүмәтте мотлаҡ ентекле тикшерегеҙ, уның ялған булыуы ихтимал. Етди эште башламай тороғоҙ, тиҙҙән уға ҡағылышлы яңылыҡ булыр.

АРЫҪЛАН
Аҙна иғтибарлылыҡ талап итә. Ваҡиғаларҙың кинәт кире яҡҡа үҙгәреп китеүе бар. Кеше һүҙенә, тәнҡитенә ҡолаҡ һалма­ғыҙ, үҙ аҡылығыҙ менән йәшәгеҙ. Барыһы ла һеҙҙең файҙаға булыр.

ҠЫҘ
Хыял диңгеҙендә йөҙөүҙән туҡтап, ергә төшөгөҙ. Ҙур маҡ­саттарҙы кисектереп то­рорға кәңәш ителә. Башҡарған эше­геҙҙең һөҙөмтәһе кәйефегеҙҙе күтәрер. Ял көндәрен яҡындарығыҙға арнағыҙ.

ҮЛСӘҮ
Етәкселек ҡыҙыҡһыныу белдерер, шуға күрә бөтә йөк­ләмәләрҙе ентекле башҡа­ры­ғыҙ. Ниндәйҙер мөһим мәғлүмәт алыр­һығыҙ. Дүшәмбе башбаштаҡлыҡҡа юл ҡуймағыҙ.

САЯН
Был аҙнала күрһәткән изге­легегеҙҙең сауабын алыр­һы­ғыҙ. 27 март иң уңышлы көн­дәрҙең береһе булыр, моғайын. Мөһим осрашыуҙарҙы, һөйләшеүҙәрҙе ошо көнгә билдәләгеҙ.

УҠСЫ
Дүшәмбе һәм шишәмбелә яңы эш башламаҫҡа, әүәл­ге­ләрен теүәлләргә кәңәш ителә. Тәнҡит һүҙҙәрен ишетергә тура килер, сабыр булығыҙ. Яҡын дуҫығыҙ аҡса мәсьәләһен хәл итергә ярҙам ҡулы һуҙыр.

ЫЛАҠ
Әүәлге эшлекле һәм шәхси бәйләнештәрҙе тергеҙергә тура килер. Шаршамбы – мөһим көн. Уның эҙемтәләре етди булмаҡсы. Аҙнаның икенсе яртыһында эшегеҙҙә сағыу ваҡиға көтөлә. Маҡсатҡа өлгәшеү юлында осраған ваҡ-төйәк кәртәләргә иғтибар итмәгеҙ.

ҺЫУҒОЯР
Аҙна ярайһы уҡ мәшәҡәтле булыр, әммә һеҙ баҙап ҡал­маҫһығыҙ. Шаршамбыға бары­һы ла яйға һалыныр, бөтә проблемалар хәл ителер. Мираҫҡа ҡағылышлы хәбәр алырһығыҙ.

БАЛЫҠ
Уңышлы аҙна көтөлә. Күп­тәнге хыялығыҙҙы тормошҡа ашырырға ваҡыт етте. Матди хәлегеҙ ҙә тотороҡло күренә: көтөлмәгән сығанаҡтан аҡса килер.
Читайте нас: