* 3 аш ҡалағы ромашкә сәскәһе
* 3 аш ҡалағы онталған лавр япрағы
* 100 мл һыу
Лавр япрағы менән ромашка сәскәһе ҡатнашмаһына ҡайнап торған һыу ҡойоп, 3 сәғәт төнәтелә. Аҙаҡ һөҙөп алып, баш тиреһенә һөртөп сығыла. Йыуып төшөрөргә кәрәкмәй. Ошо төнәтмәне аҙнаһына 2-3 тапҡыр һөртөргә кәрәк.
Был процедуранан һуң сәсегеҙ матурайып, ҡуйырып китер.
Һәр саҡ матур булып ҡалығыҙ!