Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
14 Февраль 2020, 18:04

Манный ярмаһынан пудинг

Еңел генә әҙерләнгән үҙенсәлекле ризыҡ рецептары менән уртаҡлашыуҙы дауам итәбеҙ. Манный ярмаһынан пудинг һәр кемегеҙгә оҡшар. Ашығыҙ тәмле, кистәрегеҙ йәмле булһын, дуҫтар!

Еңел генә әҙерләнгән үҙенсәлекле ризыҡ рецептары менән уртаҡлашыуҙы дауам итәбеҙ. Манный ярмаһынан пудинг һәр кемегеҙгә оҡшар. Ашығыҙ тәмле, кистәрегеҙ йәмле булһын, дуҫтар!
Пудингты әҙерләү өсөн беҙгә 160 грамм манный ярмаһы, ярты литр һөт, дүрт йомортҡа, 70 грамм шәкәр, бер ваниль шәкәре, 50 грамм аҡ май, бер семтем тоҙ кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә һөттө ҡайнатабыҙ. Тоҙ, шәкәр өҫтәп, болғай-болғай манный ярмаһын ҡушабыҙ. 5-7 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Әҙер ҡатнашмаға май, ваниль шәкәрен ҡушып, һәйбәтләп болғатҡас, 10-15 минутҡа һыуытырға ҡуябыҙ.
Артабан йомортҡаның ағын һарыһынан айырып алырға. Һарыһын һыуыған бутҡаға ҡушырға кәрәк. Ә ағын һәйбәтләп туғырға ла бутҡаға өҫтәп ебәрергә.
Манный ҡатнашмаһын формаға һалып, 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 30-35 минут тирәһе бешерергә.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Dom-desertov.ru
Читайте нас: