Ул ҡышҡы һыуыҡ көндә йәйҙе иҫкә төшөрөп, күңелдәрҙе йылытып ебәрер. Ашығыҙ йәмле, кистәрегеҙ йәмле булһын, дуҫтар!
Салатты әҙерләү өсөн 250 грамм тауыҡ ите, бер киви, бер алма, 40 грамм ҡаты сыр, бешерелгән ике йомортҡа, 70 грамм корейса кишер, тоҙ, майонез кәрәк.
Башта тауыҡ итен бешереп, ваҡлап турап, тоҙлап, борослап, салаттың тәүге ҡатламына һалабыҙ ҙа майонез һылайбыҙ.
Шунан кивины түңәрәкләп киҫеп, тауыҡтың өҫтөнә теҙәбеҙ. Йомортҡаның ағын айырып, ҡырғыстан үткәреп, өсөнсө ҡат итеп һалабыҙ. Өҫтөнә - йәнә майонез. Алманы ҡырып, дүртенсе ҡатҡа һалабыҙ.
Алтынсы ҡатҡа сырҙы ҡырғыстан үткәреп һибәбеҙ. Өҫтөнә майонез һылайбыҙ. Артабан - ваҡлап туралған корейса кишер һәм майонез. Иң өҫкә йомортҡаның ағын ҡырғыстан үткәреп һибәбеҙ ҙә киви менән биҙәйбеҙ.