Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
29 Ғинуар 2020, 17:05

Редисты өйҙә үҫтерәбеҙ

Редистың өйҙә үҫә торған сорттары ла бар. Уның орлоғон тәҙрә төбөнә ҡуйылған баҡса тупрағы, торф, серетмә йәки бер өлөш ҡатнашмаһы тултырылған һауытҡа йәки контейнерға сәсергә кәрәк.

Редистың өйҙә үҫә торған сорттары ла бар. Уның орлоғон тәҙрә төбөнә ҡуйылған баҡса тупрағы, торф, серетмә йәки бер өлөш ҡатнашмаһы тултырылған һауытҡа йәки контейнерға сәсергә кәрәк.
Редисҡа һалҡынсараҡ урын кәрәк. Орлоҡ шытҡас, бер аҙнанан комплекслы минераль ашлама менән туҡландыралар. 10 литр һыуға бер аш ҡалағы ашлама етә. Урын экономиялау өсөн редисты кресс-салат менән дә үҫтереп була.

Тәҙрә төбөндә үҫтерергә тиҙ өлгөрә торған сорттарҙы алырға кәрәк. “Селеста F1”, “ровенF1”, “жара”, “чемпион”, “заря”, “18 дней” сорттары тиҙ өлгөрә, яҡтылыҡ етмәүгә бирешмәй.

Фото: chudogryadka.mirtesen.ru
Автор: Венер ИСХАҠОВ
Читайте нас: