Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
29 Ғинуар 2020, 14:34

Баланлы бәлеш

Ҡамыр өсөн 0,5 л. һөт, 150 г. аҡ май, 1 йомортҡа, 2 стакан он, 1 аш ҡалағы шәкәр, 0,5 балғалаҡ сода, 0,5 балғалаҡ тоҙ алына. Бәлештең эслеге өсөн 500 г балан кәрәк. 1 йомортҡа - бәлеш өҫтө өсөн, 1 балғалаҡ май (таба майлар өсөн), 4 аш ҡалағы шәкәр, 1 балғалаҡ маный ярмаһы кәрәк.

Йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Баланды яҡшылап йыуып, ярты стакан һыу, 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо ҡушып, утҡа ҡуйып әҙерәк томаларға. Һыуынғас, 1 балғалаҡ маный ярмаһы һалырға. Ҡамырҙы икегә бүлеп, ҙур киҫәген 5-7 см ҡалынлығында йәйергә лә, майланған табаға һалырға. Ҡамыр өҫтөнә баланды һалып, самалап шәкәр ҡомо һибергә. Балан өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы йәйеп ҡапларға ла, ситтәрен матур итеп тотоп, йәбештерергә. Бәлештең өҫтөндәге ҡамырын уртаһынан тишергә, төрлө биҙәктәр эшләп бәлеште биҙәргә лә була. 200 градуслы духовкала 20-25 минут тирәһе бешереп алғас, өҫтөнә йомортҡаның һарыһын туҡып һөртөргә. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Читайте нас: