Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
23 Декабрь 2019, 22:31

"Сәғәт" салаты

Киске ашҡа ниҙәр әҙерләйһегеҙ, хужабикәләр? Беҙ һеҙгә үҙенсәлекле салат тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!

Киске ашҡа ниҙәр әҙерләйһегеҙ, хужабикәләр? Беҙ һеҙгә үҙенсәлекле салат тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!
Тәҡдим ителгән ингредиенттар һигеҙ порцияға етә. Беҙгә 300 грамм тауыҡ ите, 150 грамм ҡаты сыр, 150 грамм корейса кишер, өс йомортҡа, өс-дүрт аш ҡалағы майонез кәрәк буласаҡ. Тәүҙә тауыҡ итен тоҙло һыуҙа 30-40 минут тирәһе бешереп алып, һыуытабыҙ. Йомортҡаларҙы ла бешереп, таҙартып, ағы менән һарыһын айырым ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Ҡаты сырҙы эре ҡырғыс аша. Кишерҙе корейса турайбыҙ.
Артабан һауытҡа ҡатлап һалабыҙ. Беренсеһенә - тауыҡ ите һәм селтәр формаһында майонез, икенсеһенә - корей кишере һәм майонез, өсөнсөһөнә - йомортҡаның һарыһы, майонез, дүртенсеһенә - сыр һәм майонез, бишенсеһенә - йомортҡаның ағы, шулай уҡ майонез. Унан һәйбәтләп тигеҙләргә. Бешкән кишерҙән уның уғын, һандарын ҡырҡып, салатты сәғәт формаһында биҙәйбеҙ. Ике-өс сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Унан - табынға. Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Autogear.ru
Читайте нас: