Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
23 Декабрь 2019, 17:25

2020 йылға һәр йондоҙлоҡ өсөн юрауҙар

Сысҡан йылында күптәр быға тиклем эшләгән эштәренең татлы емештәрен татыр. Яңы йылда һеҙҙән артыҡ әүҙемлек талап ителмәҫ,тормошоғоҙ ҙа үҙ яйы менән генә барыр. Сабырлыҡ менән эштәрҙе яйға һалып алғанда, барлыҡ өлкәләрҙә лә уңыш ҡаҙанырһығыҙ һәм матди яҡтан хәлегеҙҙе нығытырһығыҙ. Бәғзеләр йәшәү урынын алмаштырыр. Тир түгеп алған аҡсағыҙҙы бушҡа әрәм-шәрәм итеүҙән һаҡланығыҙ, эшкә башкөлләй сумған ваҡыттарҙа ла , ял итеп алырға форсат табығыҙ.

Ылаҡ (22.12-20.01)
Ылаҡтар өсөн йыл башы байрамдар менән бергә яңылыҡҡа, яңы маҡсаттарға ынтылыш та алып килер. Хыялланған үрҙәргә артылыр өсөн иһә түҙемлек, эшһөйәрлек талап ителер. Матди ауырлыҡтар бик тиҙҙән артта ҡалыр –йондоҙҙар эш хаҡығыҙҙың артыу йәки өҫтәмә килем алыу мөмкинлеген вәғәҙә итә.
Һыуғояр (21.01-19.02)

Яңы йыл табынында теләгән теләктәрегеҙҙең бик тиҙҙән тормошҡа ашыуын күреп, үҙегеҙ ҙә хайран ҡалырһығыҙ. Шулай ҙа башығыҙҙы юғалтмағыҙ, яңы уй-ниәттәр хаҡында уйлай башлағыҙ , сөнки йыл башында йондоҙҙар һыуғоярҙар өсөн үтә мәрхәмәтле, тырышлыҡ һалғанда уңыш артынан уңыш килер.
Балыҡ (20.02-20.03)
Үҙ ояһын ҡороп өлгөргән балыҡтарҙың ғаиләһендә тулы гармония хөкөм һөрөр. Икенсе яртыһын тапмағандар иһә үҙенең һөйкөмлөлөгөнөң емештәрен татыр, хистәр даръяһына сумыр. Борсолорлоҡ урын булмаһа ла, сәләмәтлегегеҙҙе онотмағыҙ: спорт менән шөғөлләнегеҙ, саф һауала йөрөгөҙ.

Ҡуҙы (21.03-20.04)

Ҡуҙылар бығаса булмаған һәләттәрен асыр. Быға етди ҡарау мөһим: яңы асыш арҡаһында тормошоғоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртеү мөмкинлеге тыуыр. Сысҡан йылы хеҙмәт өлкәһендә лә бүләк әҙерләгән: яңы вазифа тәҡдим итеүҙәре бар. Йылдың икенсе яртыһында ял итеп алыу өсөн форсат сығыр.

Буға (21.04-21.05)

Йыл башында уҡ буғалар бик эшлекле кешеләргә әйләнер: күп ваҡыттарын һәм көстәрен матди хәлен нығытыуға, яңы идеяларын тормошҡа ашырыуға йүнәлтер. Әммә эшкә артыҡ бирелеп, икенсе яртығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Сәләмәтлекте ҡайғыртыу өсөн спортҡа ла ваҡыт бүлеү мөһим.

Игеҙәктәр (22.05-21.06)

Игеҙәктәр һәр ваҡыттағыса иғтибар үҙәгендә, яңы йылда ла танышлыҡтар бик күп булыр. Йылдың тәүге яртыһында эш буйынса күп кенә тәҡдимдәр булһа ла, үҙегеҙгә кәрәклеһен генә һайлап алып, ҡабул итегеҙ. Шәхси тормоштағы тотороҡлолоҡ күңелегеҙгә ҡәнәғәтлек алып килер.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Йыл башында ҡыҫалаларҙың көс-ҡеүәте ташып торор, байрамдарҙан һуң был айырыуса һиҙелер. Көндәлек мәшәҡәттәргә еңелсә юмор менән ҡарауығыҙ, карьерағыҙҙағы уңыштар тормошоғоҙға сағыу буяуҙар өҫтәр. Эшкә бар көсөгөҙҙө һалыуығыҙ бушҡа китмәҫ: премия йәки ҡиммәтле бүләк алып ҡыуанырһығыҙ.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Һәр нәмәне күҙ уңында тотҡан арыҫландар Яңы йылды ғәҙәтенсә тулы әҙерлек менән ҡаршы ала: шәхси өлкәлә лә, хеҙмәттә лә барыһы ла үҙ урынында. Кәрәк ваҡытта кәрәкле урында булыу уға хеҙмәт баҫҡысы буйлап үрләргә ярҙам итер. Ниәттәрегеҙҙе ҡыйыу рәүештә ҡағыҙға төшөрөгөҙ – барыһы ла тиерлек тормошҡа ашыр.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Йыл башы бихисап тәьҫораттар менән иҫтә ҡалыр. Ғинуар аҙағында уҡ еңелсә арыу тойоп, бер аҙ ял итергә теләрһегеҙ, әммә артыҡ иркенләмәгеҙ: йылдың икенсе айында уҡ карьерағыҙҙа алға китеш көтөлә. Яҡындарығыҙ әленән-әле иғтибар талап итер: эшкә күмелеп, улар хаҡында онотоп китмәгеҙ.

Үлсәү (24.09-23.10)
Уҙған йыл аҙағында эштә генә түгел, үҙ өҫтөгөҙҙә лә күп эшләнегеҙ: яңы йылда һеҙҙе белгәндәр эш сифаттарығыҙҙы, тапҡырлығығыҙҙы юғары баһалар. Лайыҡлы ихтирам-хөрмәттән ләззәт алығыҙ, әммә камиллашыуҙан туҡтамағыҙ. Ҡыш уртаһында күптәнге танышығыҙ эшлекле тәҡдим яһар.

Саян (24.10-22.11)
Саяндарҙы яңы йылда оҙайлы командировкалар, эшлекле осрашыуҙар, яңы танышлыҡтар көтә. Ғинуар аҙағында күптән ниәтләгән проекттарығыҙҙы тормошҡа ашыра башларһығыҙ. Ташып торған көс-ҡеүәтегеҙ матди хәлегеҙҙе яҡшыртырға булышлыҡ итер. Яңғыҙҙар үҙ яртыһын табыр, әммә хәл-ваҡиғаларҙы ашыҡтырмағыҙ.

Уҡсы (23.11-21.12)
Сысҡан йылы һеҙҙән ойоштороу, лидерлыҡ һәләттәрен талап итер. Алдығыҙға ҡуйылған бурыстарҙы тиҙ һәм һөҙөмтәле йырып сығыу өсөн эштә лә, өйҙә лә юлбашсы ролен үҙ өҫтөгөҙгә алырға тура килер.
Йәй, көҙ башы – бер аҙ ял итеп алыу өсөн уңай. Декабрҙә иң ҙур хыялығыҙ тормошҡа ашыр.
Читайте нас: