Аҙна еңелдән булмаҫ, әммә киләсәктә был осорҙо тәжрибә туплау мәле тип хәтерләрһегеҙ. Ыңғай ваҡиғалар 21 декабрҙән башланыр. Яҡындарығыҙ менән күберәк аралашырға, ә эштә аҙыраҡ һөйләшергә кәңәш ителә.
Яҙмышты хәл иткес мәл, ғүмерлек йәрегеҙҙе осратыу мөмкинлеге ҙур. Кәйефегеҙ күтәренке булыр. Аҙнаны ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн файҙаланып ҡалығыҙ. Юлда һаҡ булығыҙ.
Эштә һәләтегеҙҙе күрһәтеп ҡалығыҙ. Һәр йәһәттән әүҙем булырға тырышығыҙ. Хеҙмәтегеҙ юғары баһаланыр. Үҙегеҙҙе ышаныслы тотоғоҙ. Яҡындарығыҙ янында тупаҫлыҡ күрһәтмәгеҙ.
Имеш-мимеш хәбәр һөйләмәгеҙ, киләсәктә уны үҙегеҙгә ҡаршы ҡулланыуҙары ихтимал. Ниәттәрегеҙ менән уртаҡлашырға ашыҡмағыҙ. Яңғыҙ ҡалмаҫҡа, ял көндәрен ғәҙәти булмаған шарттарҙа үткәрһәгеҙ, кәйефегеҙ күтәрелер.
Ваҡиғаларҙы ашыҡтырмағыҙ, үҙегеҙ ҙә әүҙемлекте кәметегеҙ. Тултырған документтарҙы ҡабат-ҡабат тикшерегеҙ. 19 декабрь мөһим осрашыуҙар өсөн ҡулай.
Уңайһыҙ хәлдә ҡалыуығыҙ ихтимал. Кәйефегеҙҙе төшөрмәҫкә, барыһын да шаяртыу тип ҡабул итергә тырышығыҙ. Матди хәлегеҙҙең яҡшырыуы көтөлә, тик аҡсаны һаҡсылыраҡ тотоноғоҙ.
Үҙегеҙҙе төрлө өлкәлә һынап ҡарау өсөн ҡулай аҙна. Эш урынын алмаштырырға мөмкин. Сетерекле хәлдәрҙе “барыһы ла тик яҡшыға ғына!” тип ҡабул итегеҙ. Юлға сығыр булһағыҙ, самолетта осмаҫҡа кәңәш ителә.
Һәләтегеҙҙе тулыһынса файҙаланырға тырышығыҙ. Үҙегеҙ хаҡында ныҡлы белдерергә ваҡыт. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән аралашыуҙа көсөргәнештән һаҡланығыҙ, аяҡ салырға маташыусылар бар.
Хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы аҙна. 19 декабрҙә тормошоғоҙҙа ҡырҡа үҙгәреш булыуы ихтимал. Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәргә, өҫ-башығыҙға иғтибар итегеҙ.
Барыһы ла яҡшы булһын тиһәгеҙ, байтаҡ мәшәҡәтте үҙ иңегеҙгә алырға тура килер. Матди мәсьәләләрҙе кисектермәгеҙ, ваҡытында хәл итегеҙ. Бурысҡа аҡсаны кешенән түгел, ә банктан алырға тырышығыҙ.
Нимә генә булмаһын, төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Сабыр булһағыҙ, бөтә ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырһығыҙ. Эштәге мәсьәләләрҙе кисектермәгеҙ, аҙна аҙағына тиклем хәл итегеҙ.
Тыныс аҙна көтөлә. Шулай ҙа яҡындарығыҙ менән низағлашмаҫҡа тырышығыҙ. Яратҡан шөғөлөгөҙгә ваҡыт бүлегеҙ. Аҡсағыҙҙы тотонорға ҡурҡмағыҙ, матди хәлегеҙ яҡын арала яҡшы яҡҡа үҙгәрер.