Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
12 Декабрь 2019, 14:38

Һерелдәк йәки ҡойҡа (холодец)

Был ризыҡты һуғымдың баш-тояғынан әҙерләйҙәр. Баш-тояҡ итен (һөйәктәре менән бергә) 2 сәғәт ҡайнаталар. Аҙаҡ һурпаны һөҙәләр, итте һөйәгенән айырып ваҡлап турайҙар, һурпаға һалып тағы ла ҡайнатырға ҡуялар. Борсаҡлы борос, тоҙ, лавр япрағы, һыуған һалып тағы ла 30 минут ҡайнаталар.

Был ризыҡты һуғымдың баш-тояғынан әҙерләйҙәр. Баш-тояҡ итен (һөйәктәре менән бергә) ике сәғәт ҡайнаталар. Аҙаҡ һурпаны һөҙәләр, итте һөйәгенән айырып ваҡлап турайҙар, һурпаға һалып тағы ла ҡайнатырға ҡуялар. Борсаҡлы борос, тоҙ, лавр япрағы, һыуған һалып тағы ла 30 минут ҡайнаталар.


Оҡшатҡан кешеләр алдан бүрттерелгән дөгө ярмаһы ла һалалар. Әҙер ризыҡты матур формалы һауытҡа һалалар ҙа 4-5 сәғәткә һыуыҡҡа ҡуялар.


Баш-тояҡтарҙы бер юлы күп итеп бешереп ҡойҡаны быҡтырылған итте япҡан кеүек итеп 0,7 литрлы банкаларға һалып тимер ҡапҡастар менән япһаң улар бик оҙаҡ һаҡлана, ҡала ерендә йәшәгән тыуған-тыумасаларға ла күстәнәскә бирергә йәтеш.
Читайте нас: