Шуға бәйле күптән түгел Өфө ҡалаһының Төньяҡ автовокзалында булған хәлде иҫкә алып үтмәксемен. Автобусты бушҡа ҡаңғырып көтөп ултырғансы бер сынаяҡ сәй эсеп, ваҡытты ҡыҫҡартайым, тип, икенсе этажда урынлашҡан ашханаға күтәрелдем. Ҡара таңдан юлға сыҡҡан кеше сәй менән генә хушлана ала буламы һуң инде? Әммә дөйөм туҡланыу урындарында сит-ят ризыҡ алырға ла шикләндерә. Әлбиттә, винегретҡа туҡталдым. Хаҡы ла шаҡҡатмалы түгел. Минең алда торған өлкән йәштәрҙәге ағай ҙа минән күреп: “Әй, үҙебеҙҙең сөгөлдөргә ни етә! Күрәләтә бөжәк ашап ултыраһы баш юҡ”, – тип, көнсығыш “кухняһы”нан баш тартып, таныш турама тултырылған сеүәтәне алды. Өҫтәл артына ултырғас, янда ғына ултырған бер төркөм йәштәрҙең: “Нам тоже свеклу пожрать чтоли, на остальное денег нет”, - тигәндәре ҡолаҡҡа салынды. Баҡтиһәң, һөйләшеүҙәренән самалағанда студенттар булырға тейешле ҡыҙ-егеттәр ашхана клиенттарын ҡыҙыҡ күреп ситтән күҙәтеп ултыралар икән. Аҡса йәлләүҙән түгел, бала саҡтан өйрәнелгән һәм файҙалы булғанға алдым, тип, йәштәр менән тел көрәштереп ултыраһыңмы инде? Үҙ алдыма йылмайҙым да ҡуйҙым.