Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
18 Ноябрь 2019, 00:22

Бауырһаҡ бешереү серҙәре

Теге ваҡыт бауырһаҡ бешерҙем дә рецептын яҙмай үткән инем оҙаҡ яҙырға тип , туңған йомортҡанан бауырһаҡ тигәс ҡыҙыҡһынып һораусылар бихисап булды, һүҙемдә торайым инде, шуның өсөн әле ваҡыт табып яҙып үтергә булдым.

Теге ваҡыт бауырһаҡ бешерҙем дә рецептын яҙмай үткән инем оҙаҡ яҙырға тип , туңған йомортҡанан бауырһаҡ тигәс ҡыҙыҡһынып һораусылар бихисап булды, һүҙемдә торайым инде, шуның өсөн әле ваҡыт табып яҙып үтергә булдым.


Бауырһаҡ өсөн йомортҡаларҙы аҙналар буйы тундырып һалып ҡуям, һәр ваҡыт әҙер ятһын өсөн йомортҡаларҙы һатып алыу менән бер-нисә унарлығын туңдырғысҡа оҙатам. Иртәгә бауырһаҡ бешерәм тигән кисте күпме кәрәк шул сама йомортҡаны иретергә сығарып ҡуйырға кәрәк . Бының өсөн туңған йомортҡаның тышын һыу аҫтында тотоп әрсейем , иреп һыуы аҡмаһын өсөн тәрилкәгә һалып ҡуям. Бауырһаҡ өсөн мин биш туңған йомортҡа алдым, иртәгеһенә торғас ирей биргән йомортҡаларҙы оҙаҡ ҡына итеп миксерҙа әйләндерергә ҡуйҙым, яҡынса ун минут әйләндерҙем йомортҡа бөтөнләй тигеҙ булып сыҡҡансы, артабан инде ике сей йомортҡаның һарыһын ҡушып тағы ла миксерҙа әйләндереүҙе дауам итергә.


Ҡамырға бер аш ҡалағы көнбағыш майы ҡушырға, семтем тоҙ һәм сәй ҡалағы осонда ғына соданы аш һеркәһе менән һүндереп һалырға, тағы ла болғатабыҙ. Әҙләп - әҙләп иләнгән он ҡуша барып үтә ҡаты ла, шулай уҡ шыйыҡ та булмаған ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы йомортҡа ҙурлығында киҫәктәргә бүлеп онло ҡулда әллә ни нәҙек итмәй оҙонса бауҙар эшләп сығырға. Таҡтаға һалып тигеҙ генә оҙонлоҡта ҡырҡҡыслап сығырға, бер аҙ ваҡытҡа өҫтөн таҫтамал менән ябып торорға. Бауырһаҡты эҫе майға һалмайбыҙ, эҫе майҙа ярылып бешә, йылымыс ҡына майға һалабыҙ ҙа утты аса бирер кәрәк, шунан ярты стакандың яртыһынан һалҡын һыу ҡоябыҙ. Икенсе тапҡыр бауырһаҡтар һалыр алдынан майҙы һүндереп тороп әҙерәк һыуытып алырға. Бер һауытта ғына бешереүе оҙаҡ булһа бер юлы ике һауытта бешерергә мөмкин, эҫе май һыуына торғансы икенсе һауытта бешерә башларға . Бауырһаҡтар һарғылт төҫкә ингәс артыҡ оҙаҡ та майҙа тотмай һарҡытып алабыҙ. Майҙың төбөнә ҡарайып он ултыра башлаһа майҙы һарҡытып һауыттың төбөн таҙартып алырға.

Бауырһаҡтар өсөн сиропты бына нисек эшләнем: бер стакан шәкәр ҡомона ярты стакан һыу ҡойоп сироп ҡайнатып алдым да ике аш ҡалағы бал ҡушып болғаным. Бауырһаҡтар кукурузная палочкалар кеүек кенә булып килеп сыҡтылар еңел һәм йомшаҡ ҡына, ауыҙҙа эреп кенә тора тигәндәре ошо инде.
Читайте нас: