Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
10 Ноябрь 2019, 00:26

Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә!

Ҡыҙҙар, мин һеҙгә һә тигәнсе эшләнә торған ҡамыр ҡуйыу серен асмаҡсымын. Миңә биш йыл элек уҡытыусым өйрәткәйне. Был ҡамырҙан бешерелгән ризыҡ ҡатмай ҙа, иҫкермәй ҙә...ДАУАМЫ - САЙТТА

Ҡыҙҙар, мин һеҙгә һә тигәнсе эшләнә торған ҡамыр ҡуйыу серен асмаҡсымын. Миңә биш йыл элек уҡытыусым өйрәткәйне. Был ҡамырҙан бешерелгән ризыҡ ҡатмай ҙа, иҫкермәй ҙә...


Таҙа һауытҡа бер аш ҡалағы ҡоро сөпрә, ике аш ҡалағы шәкәр ҡомо, өс аш ҡалағы он, шуға стакан ярым йылы һыу һалып бутайбыҙ ҙа йылы урынға 6-7 минутҡа ултыртып торабыҙ. Ҡабарғас, саҡ ҡына тоҙ, ярты стакан үҫемлек майы, 2,5-3 ҡуш ус он һалып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ һәм ҡабарғансы ҡаплап йылы урынға ярты сәғәткә ҡуябыҙ.


Шул ҡамырҙан нимә генә бешерһәң дә (өсбосмаҡ, бәлеш, булочка, асығауыҙ...) тәмле була. Бешереп ҡарағыҙ, үкенмәҫһегеҙ. Бер бешерһәң ,бешерге генә килә лә тора.


Миләүшә апайығыҙ.


Читайте нас: