Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
8 Ноябрь 2019, 01:37

Ҡабаҡтан аджика

Ҡабаҡтан аджика Ҡабығы әрселгән ҡабаҡтарҙы ит турағыс аша үткәрәбеҙ ҙә 1-2 сәғәт ултыртып торабыҙ. Унан кәстрүлгә һалып, май, томат пастаһын, тоҙҙо, боросто өҫтәп, 1,5 сәғәт быҡтырабыҙ. Аш һеркәһен 1 стакан һыу менән бутап, ҡабаҡтар өҫтөнә ҡоябыҙ. Шунда уҡ һарымһаҡ менән йәшелсәләрҙе өҫтәп, йәнә 10 минут быҡтырабыҙ. Банкаларға һалып, ҡапҡасын нығытып ҡуябыҙ.

Ингредиенттар: 3 кг ҡабаҡ, 1 стакан үҫемлек майы, 10 аш ҡалағы томат пастаһы, 3,5 аш ҡалағы тоҙ, 3 балғалаҡ ҡара борос онтағы, 4,5 аш ҡалағы 9%-лы аш һеркәһе, 2 баш һарымһаҡ, 1-2 әсе борос, бер аҙ укроп менән петрушка.


Ҡабығы әрселгән ҡабаҡтарҙы ит турағыс аша үткәрәбеҙ ҙә 1-2 сәғәт ултыртып торабыҙ. Унан кәстрүлгә һалып, май, томат пастаһын, тоҙҙо, боросто өҫтәп, 1,5 сәғәт быҡтырабыҙ. Аш һеркәһен 1 стакан һыу менән бутап, ҡабаҡтар өҫтөнә ҡоябыҙ. Шунда уҡ һарымһаҡ менән йәшелсәләрҙе өҫтәп, йәнә 10 минут быҡтырабыҙ. Банкаларға һалып, ҡапҡасын нығытып ҡуябыҙ.
Читайте нас: