Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
25 Октябрь 2019, 18:30

Баландың мең төрлө файҙаһы

Баландың мең төрлө файҙаһы бар Көҙөн бар ағастар инде япраҡтарын ҡойорға йыйынғанда балан ҡыуағында емелдәшкән ҡыҙыл емештәргә һоҡланып туймаҫлыҡ. Ялан-ҡырҙарҙа ғына үҫмәй ул ҡыуаҡ, хәҙер күптәр матур ҙа, файҙалы ла емеш биргән был ағасты өй янына ла ултырта. Кеше сәләмәтлегенә килгәндә иһә баландағы биологик актив матдәләр ҡайһы бер ауырыуҙарҙан бик һөҙөмтәле профилактик сара һәм дауа булып тора. Әйтәйек, күптәр нервылары ҡаҡшауынан, ҡан баҫымы күтәрелеүҙән, атеросклероздан, ҡан тамырҙары ҡыҫылыуҙан баландың файҙаһын күрә. Баланда С витамины лимон менән мандаринға ҡарағанда ике, ә тимер байлығы яғынан биш-ун тапҡырға күберәк.

Көҙөн бар ағастар инде япраҡтарын ҡойорға йыйынғанда балан ҡыуағында емелдәшкән ҡыҙыл емештәргә һоҡланып туймаҫлыҡ. Ялан-ҡырҙарҙа ғына үҫмәй ул ҡыуаҡ, хәҙер күптәр матур ҙа, файҙалы ла емеш биргән был ағасты өй янына ла ултырта.

Балан - латин һүҙе, “үрү” тигәндән килеп сыҡҡан. Тимәк, борон балан ботаҡтарын кәрзиндәр үреү өсөн ҡулланғандар.

Кеше сәләмәтлегенә килгәндә иһә баландағы биологик актив матдәләр ҡайһы бер ауырыуҙарҙан бик һөҙөмтәле профилактик сара һәм дауа булып тора. Әйтәйек, күптәр нервылары ҡаҡшауынан, ҡан баҫымы күтәрелеүҙән, атеросклероздан, ҡан тамырҙары ҡыҫылыуҙан баландың файҙаһын күрә. Балан емеше шулай уҡ бәүел ҡыуҙырғыс сара булараҡ та ҡулланыла. Тамаҡ шешеү, йүткереү, шешек, экзема кеүек ауырыу-ҙарҙан дауаланғанда баландың файҙаһы ҙур. Балан ҡайнатмаһы тән температураһын төшөрә, яралы урындарҙы тиҙ уңалтырға ярҙам итә.

Балан иммунитетты нығыта, авитаминоздан дауалай,

рак күҙәнәктәре барлыҡҡа килеүенә ҡаршы тора,

аллергиянан һаҡлай, ҡан ағыуҙы туҡтата,

нервыларҙы тынысландыра, холестеринды кәметә,

пульсты көйләй. Әммә халыҡ медицинаһының организмға кире тәьҫире булыуы мөмкинлеген дә онотмайыҡ. Кемдең ҡан баҫымы түбән, кемдә юғары кислоталы гастрит, бөйөрөндә таш бар, шуларға баланды һаҡ ҡулланырға кәңәш ителә. Шулай уҡ подагра диагнозы ҡуйылғандарға ла һаҡсыллыҡ талап ителә. Ғөмүмән, тәбиғи дарыуҙарҙы - шифалы үлән йә йәшелсә-емеште белеп файҙаланырға кәрәк.

Баланда С витамины лимон менән мандаринға ҡарағанда ике, ә тимер байлығы яғынан биш-ун тапҡырға күберәк. Дауаланыу маҡсатынан баландың ҡайырыһы, сәскәһе һәм хатта орлоғон да файҙаланырға мөмкин.

Халыҡта балан менән бәйләнешле бик боронғо риүәйәттәр, йырҙар, мәҡәлдәр йәшәй. Мәҫәлән, өй алдына ултыртылған балан йортҡа именлек, ғаиләгә иҫәнлек һәм байлыҡ саҡырып тора тип юрала.

Баландың ҙур ботаҡтарын һындырырға, киҫергә кәңәш ителмәй. Ҡыуаҡты шулай йәрәхәтләү ул кешегә бәлә-ҡаза булып ҡайтырға мөмкин. Им-томсолар баланды юҡҡа ғына тылсымлы ағас тип йөрөтмәйҙер.


Балан емеше файҙалы

Йөрәк сиренән йонсоғанда ярты стакан баланға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 4–5 сәғәткә ябып ултыртып, һыуынған төнәтмәне көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсергә кәрәк. Балан ағасының ҡайырыһы төнәтмәһен гинекологик сирҙәрҙән файҙаланыу бик борондан килә.


Балан һуты һипкел, һытҡыларҙы бөтөрә. Тик 1:1 нисбәтендә йылы ҡаймаҡ ҡушырға һәм биткә 10–15 минутҡа яғырға кәрәк. Аҙаҡ йылымыс һыу менән йыуып, еңелсә массаж яһарға. Баландан эшләнгән битлек йыйырсыҡтарҙан, пигмент таптарынан ҡотолорға ярҙам итһен өсөн, балан емештәрен иҙеп, бер ҡалаҡ бал һалырға.


Һыуыҡ тейгәндә, йүткергәндә бер стакан балан емешенә 1 литр һыу ҡойоп, 20–30 минут ҡайнатырға, һуңынан бер стакан бал өҫтәп, көнөнә биш тапҡыр ике-өс ҡалаҡ эсергә.


Ашҡаҙан-эсәк сирҙәрендә, һейҙек, үт ҡыуығы борсоғанда яңы ғына йыйылған йәки туңдырылған 100 грамм баланды быяла йәки ағас һауытҡа һалып иҙергә һәм, өс стакан эҫе һыу ҡойоп (ҡайнар булмаһын), 30–40 минут төнәтергә.


Ҡан баҫымы юғары булғанда, 40 грамм емеште иҙеп, 200 грамм күләмендәге эҫетелгән балға ҡушырға һәм бер аҙға ултыртып торорға. Иҙмәне көнөнә 4–5 тапҡыр ашар алдынан берәр ҡалаҡ эсәләр.


Баландан тәмле ризыҡ

Балан кеҫәле

Йыуылған баланды һыуға һалып бешерегеҙ ҙә иләк аша үткәрегеҙ. Һуңынан ошо ҡатнашмаға балан бешкән һыуҙы һалып, ҡайнай башлағансы утта тотоғоҙ. Һалҡын һыуға һалып, болғатылған крахмал өҫтәп, тағы бер ҡат ҡайнатып сығарығыҙ.

Кеҫәл өсөн: 200 г баланға 80 г шәкәр ҡомо, 40 г крахмал, 0,5 л һыу кәрәк.


Балан торты

Иң тәүҙә ҡамыр иҙегеҙ. Шул ҡамырҙан 4 – 5 мм ҡалынлыҡта 25 – 30 см диаметрлы өс ҙур ҡоймаҡ йәйегеҙ. Бер нисә ерҙән тишкәләп, 20 – 25 минут мейестә бешерегеҙ, тирәләрен тигеҙләп киҫегеҙ.

Ошонан һуң иң аҫҡы ҡоймаҡҡа тигеҙләп балан ҡатнашмаһы һылағыҙ. Шул рәүешле, ҡатламлап, ҡалған ике ҡоймаҡты ла бер-береһенә ҡаплағыҙ. Ситтәренә крем һылап, май менән ыуылған ҡамыр валсығы һибегеҙ. Торт өҫтөн еләк-емеш, балан менән биҙәгеҙ.

Ҡамыр өсөн:

550 г он, 225 г һыу, 20 г тоҙ, 0,06 г лимон кислотаһы, 200 г маргарин кәрәк.

Крем өсөн: 150 г томалап бешерелгән балан, 150 г башка еләк-емеш, 240 г маргарин кәрәк.

Баллы балан яһау өсөн шыйыҡ йә иһә йылытып эретелгән балға балан тәлгәштәрен манып алығыҙ һәм киптерегеҙ.


Балан желеһы

Таҙартып йыуылған баланды ҡабығы йомшарғансы бешереп алығыҙ. Һуңынан һыуын түгеп, 2 стакан яңынан йылы һыу һалығыҙ ҙа йомшарғансы бешерегеҙ. Бешкән баланды иләк аша үткәргәс, шәкәр ҡомо ҡушып болғатығыҙ. Ҡатнашманы һалмаҡ утта ҡабат 50 минут ҡайнатып, стерили¬зацияланған банкаға тултырығыҙ. Шул рәүешле әҙерләнгән желены һалҡын урында һаҡлағыҙ.

Желе өсөн: 1 кг баланға 1 кг шәкәр ҡомо, 2 стакан һыу кәрәк.


Читайте нас: