Аҙна барышында тыуған бөтә идеяларҙы кисекмәҫтән ғәмәлдә тормошҡа ашырып ҡарарға кәңәш ителә. Шикле ваҡиғаларҙа ҡатнашыу тәҡдиме булыр, баш тартығыҙ – эҙемтәләре һеҙҙең файҙаға түгел. Аҡса мәсьәләһендә һаҡсылыраҡ булығыҙ.
Теләгән һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн ныҡышмалылыҡ, итәғәтлелек һәм һығылмалылыҡ кәрәк булыр. Был аҙнала “иң ҡаты алыштарҙа” ла еңеү яуларһығыҙ, бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырһығыҙ. 20 октябрҙә мөһим ваҡиға көтөлә.
Шәхси проблемаларҙы ла, эш урынындағы мәсьәләләрҙе лә еңел генә хәл итерһегеҙ. Иң мөһиме – бөтә идеяларҙы, хатта тормошҡа ашмаҫтай күренгәндәрен дә, ҡайтанан барлап сығыу. Йорт мәшәҡәттәренә, яҡындарығыҙға, айырыуса балаларығыҙға иғтибарҙы арттырығыҙ.
Матди хәлегеҙ яҡшырыр, көтмәгәндә мул ғына килем алырһығыҙ. Мөһим эштә аралашсы булырға тәҡдим итерҙәр. Һәр ҡарарығыҙҙы ныҡлы уйлап ҡабул итегеҙ. Яҡынығыҙҙың сәйер ҡылығын күреп, һығымта яһарға ашыҡмағыҙ, хаталаныуығыҙ ихтимал.
Иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ. 15 – 19 октябрь арауығында күңелле ваҡиғалар көтөгөҙ. Яңы эш башлауҙы кисектереп тороғоҙ. Аҙна башланғанды аҙағына еткереү өсөн ҡулай булмаҡсы. Ял көндәрендә яуаплы эштәр менән шөғөлләнмәҫкә тырышығыҙ.
Тойғоларығыҙҙы, уй-фекерҙәрегеҙҙе тәртипкә килтереү өсөн ҡулай осор. Мәшәҡәттәр артып китер. Барыһына ла өлгөрөү өсөн көсөгөҙҙө самалағыҙ. Аҡса мәсьәләһендә һаҡ булығыҙ, алдап ҡуймаһындар.
14 октябрҙә һөнәри үҫешегеҙгә бәйле мөһим хәбәр ишетерһегеҙ, шуға күрә ниәттәрегеҙҙең үҙгәреп китеүе ихтимал. Әүҙемлегегеҙ артып китер, ҡулығыҙҙан килмәгән эш булмаҫ. Был аҙнала бөтә теләктәрегеҙ тормошҡа ашыр.
Үткән осорҙа бик күп эшләнегеҙ, шуға ла был аҙнала бер аҙ ял итеп алығыҙ, яҡындарығыҙ менән булығыҙ. Сәйәхәткә, тәбиғәт ҡосағына сығырға кәңәш ителә. Эшегеҙҙә әленән-әле ваҡ-төйәк мәшәҡәт тыуып торор, әммә әллә ни ҡайғырмағыҙ, барыһы яйланыр.
Был аҙна иң бәхетле осорҙарҙың береһен тәшкил итә. Эштә ныҡышмалылыҡ, әүҙемлек күрһәтһәгеҙ, етәкселек һеҙҙе мотлаҡ иғтибарға алыр, мөһим бурыс йөкмәтеүе лә ихтимал. Башта ауыр тойолған йөкләмәне лә уңышлы үтәрһегеҙ, абруйығыҙ артыр.
Аҙнаны тыныс үткәрергә тырышығыҙ. Ҡайһы саҡта бөтәһе лә һеҙгә ҡаршы сыҡҡандай тойолор, әммә был дөрөҫлөккә тап килмәй. Эштә һиҙлерлек уңыш көтә, өҫтәмә килем алырһығыҙ. Һаулығығыҙға иғтибар итегеҙ, һалҡын тейеү хәүефе бар.
Эшлекле булыуығыҙҙы күрһәтеү өсөн уңайлы осор. Ғәмәлдәрегеҙҙе мәғлүмәттәр һәм ышаныслы бәйләнештәр менән нығытып ҡуйығыҙ. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә ыңғай алға китеш тойолор. Эш урынында көсөргәнешлек тыуҙырмаҫҡа тырышығыҙ.
Барыһы ла үҙегеҙҙе нисек күрһәтеүегеҙгә бәйле. Вазифала үрләү, матди хәлде яҡшыртыу йәһәтенән уңышлы аҙна. Ҡайһы бер маҡсаттарҙан баш тартып, яңыларын билдәләргә ваҡыт. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙе асыҡламаҫҡа кәңәш ителә.