Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
12 Октябрь 2019, 16:15

ТЫМАУҘЫ НИСЕК БӨТӨРӨРГӘ

ТЫМАУҘЫ НИСЕК БӨТӨРӨРГӘ Әле һауа торошоноң тотороҡһоҙ осоро, шуға тап ошо мәлдә тымау тейеп сирләгәндәр күбәйә. Был хәлде булдырмау өсөн иммунитетты нығытыу зарур. Табиптар ошо йәһәттән ябай ғына кәңәштәре һеҙҙең өсөн тик файҙаға булыр.

Фото: ramus.med.ru
Фото: ramus.med.ru
Әле һауа торошоноң тотороҡһоҙ осоро, шуға тап ошо мәлдә тымау тейеп сирләгәндәр күбәйә. Был хәлде булдырмау өсөн иммунитетты нығытыу зарур. Табиптар ошо йәһәттән ябай ғына кәңәштәре һеҙҙең өсөн тик файҙаға булыр.


* Берәр аш ҡалағы аҡ сәскә, йүкә сәскәһе һәм гөлйемеште һалып, 20 минут төнәтергә, шунан әҙер ҡайнатманы һөҙөп алырға кәрәк. Көнөнә 1/3 стакан эсеү яҡшы.


* Гөлйемеш С витаминына бай. Шуға уны ауырыған саҡта йышыраҡ эсергә кәңәш итәләр. Ике аш ҡалағы емеште ҡайнаған һыуға һалып төнгөлөккә төнәтегеҙ. Уны иртән сәй урынына эсеү бигерәк тә файҙалы.


* Ер еләге япрағын сәйгә ҡушып эсеү ҙә организмдан ауырыуҙы сығарыуға һәләтле.


* Ҡурай еләгенең япраҡтары ла иммунитетты нығытыу өсөн шәп. Уларҙы ваҡ итеп турап (бер-ике аш ҡалағы), бер стакан ҡайнаған һыуға һалып, 20 минутҡа төнәтергә ҡуйырға һәм көн дауамында эсергә кәрәк.

Читайте нас: