Мораҙым
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
12 Октябрь 2019, 15:07

☕СӘЙ ЭСӘЙЕК БЕРГӘЛӘП

СӘЙ ЭСӘЙЕК БЕРГӘЛӘП ӘРЕМ ӘСЕ Тирә-яҡ күгәреп, әрем бешә. Еҫе лә үҙенең әсе бит әле. Күптәрҙең тенкәһен генә ҡорота ошо әрем тигән нәмә. Әрләргә ашыҡмайыҡ әле. Уның насар яғына ҡарағанда файҙалы яҡтары күберәк. Халыҡ медицинаһына күҙ һалайыҡ. * Әрем организмдағы барлыҡ ябай һәм эренләп торған инфекцияны үлтерә. Әйткәндәй, бәғзе берәүҙәр тап әрем ярҙамында бик күп ауырыуҙарҙы дауалай.

Тирә-яҡ күгәреп, әрем бешә. Еҫе лә үҙенең әсе бит әле. Күптәрҙең тенкәһен генә ҡорота ошо әрем тигән нәмә. Әрләргә ашыҡмайыҡ әле. Уның насар яғына ҡарағанда файҙалы яҡтары күберәк. Халыҡ медицинаһына күҙ һалайыҡ.


* Әрем организмдағы барлыҡ ябай һәм эренләп торған инфекцияны үлтерә.

Әйткәндәй, бәғзе берәүҙәр тап әрем ярҙамында бик күп ауырыуҙарҙы дауалай.


Ҡыҙыҡ өсөн:


әремде ҡайһы берәүҙәр леденец кәнфитен дә яһайҙар. Нисекме?


1-се рецепт:


* 1 аш ҡалағы кипкән әремде ҡайнар һыу менән ике тапҡыр бешереп алалар. Һыуын һөҙөп түккәндән һуң бешкән әремдәрҙе матур ғына һауытҡа һалып, күренгән урынға ултыртып ҡуйығыҙ.

Ашағандан һуң бер семтем әремде ауыҙҙа әсеһе бөткәнсе сәйнәр кәрәк. Ошо уҡ процедураны төнгә ҡарай ҙа эшләргә була.


2-се рецепт:


* Йоҡларға ятыр алдынан 1 балғалаҡ (ныҡ тултырмай) әрем онтағын (киптереп онтар кәрәк) әҙ генә һыу менән эсер кәрәк.


Был дауаны ҡабул итеү курсы 1 ай. Йылына ике тапҡыр ҡабатлап алыу мотлаҡ.

Әрем тынысландырыу, спазмолитик, үт һыуын ҡыуыу, организмдан һыу ҡыуыу, эсәк микрофлораһын яҡшыртыу, шешенеүҙән, зарарланыуҙан һаҡлай.


Әлбиттә, әремде тәмле тип әйтеп булмай, әммә уға бик тиҙ генә өйрәнеп була. Әйткәндәй, ул шулай уҡ аппетитты ла бер аҙ кәметә.
Читайте нас: