* он (талап ителгәнсә, ҡамыр йомшаҡ ҡына булһын)
Ҡамырҙы йомшаҡ ҡына итеп баҫҡандан һуң ярты сәғәт тирәһе һалып ҡуябыҙ. Әҙер ҡамырҙы 8 өлөшкә бүлгәндән һуң, йоҡаҡ ҡына итеп йәйәбеҙ. Унан туҡмас һалма кеүек турап сығабыҙ ҙа бер-береһенә йәбешмәһен өсөн онлайбыҙ.
Ҡалын төплө тәрән һауытҡа май ҡойоп, ҡайнап сыҡҡанын көтәбеҙ. Унан сәк-сәгебеҙҙең өстән ер өлөшөн һалып, болғай-болғай бешереп алабыҙ.
Ҡалғанын да ошо рәүешле бешерәбеҙ. Хәҙер инде сират балға етте.
1 стакан балға 1 стакан шәкәр һалып иретеп алабыҙ (һыуыған саҡта ҡатырға тейеш, шуға ла сама менән балын әҙерәк һалһаң да була). Ҡайнап сығыу менән тағы 5 минут көтөп торабыҙ һәм әҙер сәк-сәкте һалып болғатабыҙ. Бер аҙ һыуына төшкәс, батмусты йә тәрилкәләрҙе һыулап, матурлап һалып сығабыҙ. Шәкәр оно йә магазинда һатылған махсус төҫлө кәнфит онтаҡтары менән биҙәргә мөмкин.