Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
8 Октябрь 2019, 22:45

Һарымһаҡ ултыртабыҙ

Һарымһаҡ ултыртабыҙ Һарымһаҡты мыйығында үҫкән орлоҡтарынан үрсетергә була. Орлоҡ сорт үҙенсәлектәрен һаҡлай, бәшмәкле ауырыуҙар һәм ҡоротҡостарҙан зарарланмай. Дөрөҫ, уңышы икенсе йылда ғына була, киләһе йылға бер тырнаҡлы һарымһаҡ үҫәсәк.

Һарымһаҡты мыйығында үҫкән орлоҡтарынан үрсетергә була. Орлоҡ сорт үҙенсәлектәрен һаҡлай, бәшмәкле ауырыуҙар һәм ҡоротҡостарҙан зарарланмай. Дөрөҫ, уңышы икенсе йылда ғына була, киләһе йылға бер тырнаҡлы һарымһаҡ үҫәсәк.


Һарымһаҡ орлоғон һалҡындар башланыуға 1 – 1,5 ай ҡалғас ултыртырға кәрәк. Рәт араһын өс–биш сантиметр ҡалдырып, 20 сантиметр һайын ултырталар. Ҡышын өшөмәһен өсөн япраҡ, һалам, бесән йәки ылыҫлы ботаҡтар менән ҡаплайҙар.


Һарымһаҡты орлоҡтан үрсетеүҙең ике ысулы бар. Беренсеһе – көҙҙән түтәлгә сәсеү һәм, йәй аҙағында ҡаҙып алғандан һуң, октябрь башында ҡабат ултыртыу. Икенсеһе – йәйен ҡаҙмайынса түтәлдә ҡалдырыу. Киләһе яҙҙа ул тишелеп, үҫә башлаясаҡ. Был осраҡта орлоҡтарҙы һирәгерәк ултыртырға кәрәк.


Һарымһаҡ асыҡ, ҡояшлы урынды ярата. Көҙгө һарымһаҡҡа яҙғы ҡар һыуҙары йыйыла торған урын һайламағыҙ. Түтәленә яңы тиреҫ һалырға ярамай, ул ҡыяҡҡа үҫә, һарымһағы ваҡ буласаҡ. Ер йомшаҡ, уңдырышлы булырға тейеш. Быйыл гәрсис, фацелия кеүек сидераттар сәсеп йоғошһоҙландырылған урын – иң ҡулайы.


Сидераттар ерҙе йомшарта, уңдырышлылығын да арттыра. Һарымһаҡ томат, картуф үҫкән урынды өнәмәй. Уның фузариозға, нематодаға бирешеүе бар. Һарымһаҡ йәшел тәмләткестәр, ҡуҙаҡлылар, ҡабаҡ, ташҡабаҡ, ҡыяр, кәбеҫтәнән бушаған урында яҡшы үҫә.
Читайте нас: