Әҙер ҡамырҙы өлөштәргә бүлеп йәйәбеҙ. Ҡалынлығы 3-4 мм булырға тейеш. Ара ҡалдырып, ҡалаҡ менән джем (повидло, варенка) һалып сығабыҙ. Өҫтөн ошолай уҡ йәйелгән ҡамыр менән ҡаплайбыҙ. Йөрәк йә түңәрәк формалағы ҡырҡҡыс менән джем булған урынды түңәрәк эсендә ҡалдырып, ҡырҡҡылап сығабыҙ. Ҡайнап торған майға һалып, ике яғын да әйләндереп, бешереп алабыҙ.