Тауыҡтың түш ите, йә иһә икенсе төр ит.
Йәшел һуған, укроп - 30 г.
Итте ыуаҡ итеп турап алтын төҫкә ингәнсе көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Тоҙ һәм борос ҡушабыҙ.
Кәбеҫтәне , ҡыярҙы, помидорҙы, болғар боросон ваҡлап турайбыҙ..
Бешеп сыҡҡан итте һыуытып турайбыҙ.
Ҡаймаҡтан соус эшләйбеҙ. Бының өсөн ҡаймаҡ өҫтөнә һарымһаҡ һығабыҙ, әҙерәк тоҙ ҡушып болғатабыҙ. Кетчуп һәм ҡалған ҡаймаҡты ҡушып тағы болғатабыҙ.
Ләүәште тигеҙ өлөштәргә бүлеп, ситенән 4 см урын ҡалдырып эслек һалабыҙ өҫтөнә.
Ләүәштең уң һәм һул ҡырын бөгөп рулетҡа борабыҙ.
Ҡыҙған табаға һалып алһаң бигерәк тәмле килеп сыға.