Ныҡ тәмле булған был салатты аджика тип әйтеп тә булмай. Шуға ла уны "Ҡабаҡтан ҡабымлыҡ" тип атайыҡ.
* 3 кг ҡабаҡ (таҙартылғаны)
* 2 аш ҡалағы тоҙ (саҡ ҡына күберәк алғанда ла була)
* 2,5 аш ҡалағы яндырып торған (жгучий) ҡыҙыл борос
Әҙерләү өсөн 40 минут тирәһе ваҡыт талап ителә .
Һарымһаҡтан башҡа йәшелсәне ит турағыстан үткәрәбеҙ, тоҙ, шәкәр, борос, май ҡушып 35-40 минут бешерәбеҙ. Һарымһаҡты иҙеп ҡушҡас, тағы ла 5 минут бешерәбеҙ. Аш һеркәһе ҡойоп, йәнә 1-2 минут ҡайнатып, әҙерләп ҡуйылған банкаларға һалып сығабыҙ. Ҡапҡастарын нығытып, һыуынғансы төрөп ҡуябыҙ.