Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
20 Сентябрь 2019, 15:03

ГРУШАНАН ҠАЙНАТМА

ГРУШАНАН ҠАЙНАТМА Бешкән грушаларҙы таҙартып, ваҡ итеп турайбыҙ. Кәстрүлгә һалғандан һуң иҙгес менән иҙәбеҙ. Пектин менән лимон һуты ҡушабыҙ. Ҡайнар хәлгә еткерәбеҙ. Яйлап ҡына шәкәр өҫтәйбеҙ ҙә ҡайнап сығыу менән утын кәметәбеҙ. Ҡайнатма күбекләнмәһен өсөн бер аҙ май йә маргарин өҫтәргә мөмкин. Ҡайнтаманы йәнә 5 минут бешерәбеҙ.

Ингридиенттар:

* 4 стакан груша иҙмәһе

* 5 стакан шәкәр


* 2 аш ҡалағы лимон һуты


* 2-3 аш ҡалағы пектин

Бешкән грушаларҙы таҙартып, ваҡ итеп турайбыҙ. Кәстрүлгә һалғандан һуң иҙгес менән иҙәбеҙ. Пектин менән лимон һуты ҡушабыҙ. Ҡайнар хәлгә еткерәбеҙ. Яйлап ҡына шәкәр өҫтәйбеҙ ҙә ҡайнап сығыу менән утын кәметәбеҙ. Ҡайнатма күбекләнмәһен өсөн бер аҙ май йә маргарин өҫтәргә мөмкин. Ҡайнтаманы йәнә 5 минут бешерәбеҙ.

Ҡайнатма әҙерме-юҡмы икәнен тикшереп ҡарар өсөн һалҡын тәрилкәгә тамыҙып ҡарарға мөмкин. Ҡайнатмабыҙ ағып китмәһә, әҙер була.

Хәҙер инде банкаларҙың ҡапҡасын нығытып ҡуйырға була.


Сәйегеҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Читайте нас: