Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
1 Сентябрь 2019, 17:56

ЙОНДОҘНАМӘ (2 – 8 сентябрь)

ЙОНДОҘНАМӘ (2 – 8 сентябрь) ҠУҘЫ. Кесе быуын тулыһынса контролдән сығыр. Балаларығыҙ бар икән – сабырлыҡ һеҙгә! Һөнәри һәм финанс өлкәһендә уңыштар көтөлә. Эш хаҡығыҙҙы арттырыуҙары ла ихтимал. БУҒА. Һәр йәһәттән уңыш юлдаш булыр. Ҡатмарлы эште еңеп сығырһығыҙ, дәрәжәле етәк­селәрҙән маҡтау һүҙҙәре ләАртабан сайтта уҡырға:

ҠУҘЫ. Кесе быуын тулыһынса контролдән сығыр. Балаларығыҙ бар икән – сабырлыҡ һеҙгә! Һөнәри һәм финанс өлкәһендә уңыштар көтөлә. Эш хаҡығыҙҙы арттырыуҙары ла ихтимал.


БУҒА. Һәр йәһәттән уңыш юлдаш булыр. Ҡатмарлы эште еңеп сығырһығыҙ, дәрәжәле етәк­селәрҙән маҡтау һүҙҙәре лә ишетерһегеҙ. Тик шикле ғәмәлдәрҙән, ҡомарлы уйындарҙан, сит-ят ризыҡты тәмләүҙән баш тартырға кәңәш ителә.


ИГЕҘӘКТӘР. Таяныр кешегеҙ һүҙендә тормауы арҡаһында эшегеҙ туҡтап ҡалғандай тойолор. Үҙегеҙгә яҡшы таныш мәсьәләләр менән шөғөлләнергә кәңәш ителә. Ҡыҙыҡлы тәҡдим алһағыҙ, эске тойомла­уығыҙға ҡолаҡ һалығыҙ.


ҠЫҪАЛА. Аҡса эшләүгә бәйле ғәмәлдәрҙә һаҡ булығыҙ, алданып ҡуймағыҙ. Аҙна тәжрибә туплау, йорт мәшәҡәттәре менән шө­ғөлләнеү, яңы дуҫтар эҙләү, насар ғәҙәттәрҙән ҡотолоу өсөн бик ҡулай булмаҡсы. Өлкән йәштәгеләргә табиптарға күренеү зыян итмәҫ.


АРЫҪЛАН. Күптәнге хыялы­ғыҙға тағы ла бер аҙымға яҡынайырһығыҙ. Айырыуса рухи ҡиммәттәрҙе өҫтөн ҡуйғандар уңыр. Изге эш ҡылғандарға сауабы икеләтә ҡайтыр. Киләсәккә план ҡороу, төҫ-ҡиәфәтегеҙгә иғтибар биреү өсөн ҡулай мәл.


ҠЫҘ. Мәшәҡәтле осор, ваҡыт еткерә алмай йонсорһоғоҙ. Кәйефегеҙ төшкән осорҙа әҙәби китаптар уҡығыҙ йәки психологка мөрәжәғәт итегеҙ. Был аҙнала сәйәхәткә сығыуҙан, кредит йәки ҡиммәтле әйбер һатып алыуҙан тыйылып тороғоҙ.


ҮЛСӘҮ. Ҡуйған маҡсаттары­ғыҙҙың күбеһенә өлгәшерһегеҙ. Шәхси тормошта ла, эштә лә уңыш юлдаш булыр. Ҡыҫҡа ваҡытлы сәфәрҙәр, яңы хеҙ­мәттәштәр эҙләү, әйбер һатып алыу ҡәнәғәтлек килтерер. Ял көндәрендә ҡунаҡ көтөгөҙ.


САЯН. Аҙна барышында тупаҫ ҡыланырһығыҙ кеүек. Алдығыҙға ҡуйған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе файҙа­ланғанда кемдеңдер мәнфәғәттәрен сикләмәйһегеҙме икән? Сирләп китһәгеҙ, табипҡа күренегеҙ, белер-белмәҫ дауа­ланмағыҙ.


УҠСЫ. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә уңырһығыҙ. Төҙөлөш, өйөгөҙҙә ремонт мәсьәләләрен ыңғай хәл итерһегеҙ. Эш урынында ең һыҙғанығыҙ, көтмәгәндә тикшереү килеп төшөүе ихтимал. Булдыҡһыҙҙарҙы эштән бушатыуҙары йәки штраф һалыуҙары бар.


ЫЛАҠ. Аҙна һөҙөмтәләренән мотлаҡ ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Берәүҙәр бизнес проектын уңышлы тормошҡа ашырыр, килемен арттырыр. Әммә шәхси мөнәсәбәттәрҙә бер аҙ ҡыйынлыҡтар һиҙелер. Ишеткән һәр мәғлүмәткә ышанып бармағыҙ.


ҺЫУҒОЯР. Был аҙнала эш кәйефе булмаҫ кеүек. Уның ҡарауы төрлө мәшәҡәттәр артып китер, шуға күрә башҡара алмаҫлыҡ бурыстарҙы иңегеҙгә алмаҫҡа тырышығыҙ. 40 йәштән өлкәнерәктәргә туҡланыуға иғтибар итергә кәрәк. Аҡсағыҙҙы уйлап тотоноғоҙ.


БАЛЫҠ. Аныҡ эш итеү планы булмаһа, мөһим аҙымдарҙы кисектереп тороғоҙ. Яҡында­рығыҙҙың ярҙамынан баш тарт­мағыҙ. Яңғыҙҙарға ғаилә ҡороу өсөн уңышлы аҙна. Маҡсаттарығыҙ, ниәттәрегеҙ тураһында берәүгә лә һөйләмәҫкә кәңәш ителә.
Читайте нас: