Эх, быйыл баҡсала слива уңды. Байтаҡ ҡына ҡайнатма ла әҙерләнек. Ә слива һаман бөтмәй. Уны әрәм итмәүҙең йәнә бер юлы табылды. Ғаиләне ҡыш буйы шатландырыр өсөн, ҡаҡ ҡойорға булдыҡ. Был еңел генә эшләнгән рецепт өлгөһөн һеҙгә лә тәҡдим итмәксебеҙ.
Бер кг слива, ярты стакан һыу һәм шәкәр кәрәк. Барыһы ла үҙ самаң менән эшләнә. Шәкәрҙе артыҡ күп һалмағыҙ, ризыҡ файҙалыраҡ килеп сығыр.
Шулай итеп, йыуылған сливаны кәстрүлгә һалабыҙ ҙа, һыу өҫтәп, утҡа ҡуябыҙ.
Сливаның "һулып" төшөүен күреү менән, уттан алығыҙ һәм шәкәр өҫтәгеҙ. Шәкәрҙе эҫе массаға һалырға кәрәк, шул саҡта ул тулыһынса иреп бөтәсәк. Һыуынғас, иләк аша үткәрәбеҙ, пюре килеп сығырға тейеш.
Батмус йәки противень алып, уны үҫемлек майы менән майлайбыҙ ҙа массаны тигеҙ генә итеп йәйәбеҙ. Уны бер нисә көн ҡояшта киптереп алабыҙ. Беҙгә, мәҫәлән, өс көн кәрәк булды. Әйткәндәй, кем әсерәкте ярата, шәкәрҙе бөтөнлләй ҡушмаһа ла була.
Еңел генә әҙерләнгән ошо тәмле лә, файҙалы ла ризыҡты һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ әле!