Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
14 Август 2019, 17:59

Хужабикә мөйөшө. Көҙгө уңыш – хеҙмәт емеше

Хужабикә мөйөшө.Көҙгө уңыш – хеҙмәт емеше Баҡсаларҙа йәшелсә-емештәр өлгөрөп, ҡышҡылыҡҡа салаттар әҙерләү мәле лә етте. Хужабикәләр иғтибарына “Уңған хужабикә” төркөмө бер нисә тәмле лә, еңел дә әҙерләмә рецебын тәҡдим итә. ТУЛЫРАҠ - БЕҘҘЕҢ САЙТТА УҠЫҒЫҘ:

Баҡсаларҙа йәшелсә-емештәр өлгөрөп, ҡышҡылыҡҡа салаттар әҙерләү мәле лә етте. Хужабикәләр иғтибарына “Уңған хужабикә” төркөмө бер нисә тәмле лә, еңел дә әҙерләмә рецебын тәҡдим итә.

Янним тәмләткесе

- 1 кг һарымһаҡ;

- 600 гр әсе борос;

- 400 грамм ҡыҙыл татлы (болгар) борос;

- 0,5 кг тоҙ;

Һарымһаҡты ҡабығын әрсеүе еңел булһын өсөн төнгөлөккә һыуға һалып ҡуябыҙ. Әсе боросто орлоҡтарынан таҙартһаң да, шул килеш ҡалдырһаң да була. Кемгәлер орлоҡтар оҡшамай, кемдер орлоҡлоҡтар менән әсерәк була, тип уйлай.

Ит турағыс аша бар йәшелсәләрҙе үткәрәбеҙ, тоҙ һалып яҡшылап болғатҡас, стерилләнгән банкаларға ҡойоп, ябып ҡуябыҙ. Банкаларҙы ныҡ тултырмайбыҙ, сөнки бер аҙ ваҡыттан һуң тоҙо иреп, борос-һарымһаҡлы ҡатнашма һутын сығарасаҡ.

Был тәмләткес иммунитетты ла нығыта, организмдағы төрлө зарарлы бактерияларҙы ла үлтерә, холестеринды бөтөрә.

Сөгөлдөрҙән икра


Уны эшләр өсөн:

- 2 кг сөгөлдөр;

- 1 кг һуған;

- 1 кг кишер;

- 1 кг помидор;

- 80 мл 9% аш һеркәһе;

- 80 грамм шәкәр;

- 300 грамм үҫемлек майы;

- 1 теш һарымһаҡ;

- 1 аш ҡалағы тоҙ;

- 1 әсе борос;

- бер нисә хуш еҫле борос, лавр япрағы, кипкән укроп кәрәк була.

Тәрән табала йә ҡаҙанда майҙы ҡыҙҙырабыҙ ҙа шаҡмаҡлап туралған һуғанды өҫтәйбеҙ. Уның өҫтөнә ҡырғыс аша үткәрелгән кишерҙе һалып, ялтырағансы ҡыҙҙырабыҙ. Бер нисә минуттан ит турағыстан үткәрелгән помидор менән әсе борос ҡатнашмаһын ҡоябыҙ ҙа, 10 минут самаһы бешерәбеҙ. Аҙаҡ ҡырғыстан үткәрелгән сөгөлдөр өҫтәйбеҙ. Унан аш һеркәһе ҡойоп, шәкәр, тоҙ, борсаҡлы ҡара борос, лавр япрағы, ҡоро укроп һалып, тағы ла яҡшылап болғатабыҙ һәм сәғәт ярымға бешерергә ҡуябыҙ. Мәле менән болғатып торорға онотмайбыҙ. Бешеп сығырға 10 минут ҡалғас, иҙелгән һарымһаҡты ла өҫтәп, стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡастарын ябып, әйләндереп, һыуынғансы йылы юрған менән төрөп ултыртабыҙ. Һыуынғас, баҙға йә һыуытҡысҡа алып ҡуябыҙ.

Борщ өсөн тәмләткес

Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра. Көҙгө уңыштан ҡышҡылыҡҡа салаттар ғына түгел, ҡапылғара бешерергә борщ тәмләткестәре лә әҙерләргә була.

Уның өсөн беҙгә:

- 3 кг сөгөлдөр;

- 1 кг кишер;

- 1 кг башлы һуған;

- 1 кг татлы борос;

- 1 кг помидор;

- 1 стакан шәкәр;

- 3 аш ҡалағы тоҙ;

- 1 стакан үҫемлек майы;

- 125 мл 9% аш һеркәһе кәрәк.

Һанап үтелгән аҙыҡ-түлектән яҡынса 12 ярты литрлыҡ банка тәмләткес сыға.

Бар йәшелсәләрҙе йыуып, таҙартабыҙ. Һуғанды яртылаш йә дүрткә бүлеп, ярым балдаҡлап, боросто һаламлап, помидорҙы ярым түңәрәкләп турайбыҙ. Сөгөлдөр менән кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Тоҙ, шәкәр, аш һеркәһе һәм майҙы ҡушып, һүрән генә утҡа ултыртып ҡайнатырға ҡуябыҙ. Һыуы сығыу менән утты көсәйтәбеҙ ҙә, йәнә 25 минут бешерәбеҙ.

Унан стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡасын нығытып ҡуябыҙ.

Ҡышҡыһын әҙер һурпаға картуф турап, бер банка борщты ауҙарып ебәреп, тәмле аш бешереп ашарға була.

Баклажанлы әсе салат
Был тәмле салат өсөн:

- 500 гр баклажан;

- 1 кг помидор;

- 500 гр болгар боросо;

- 5 теш һарымһаҡ;

- 100 мл үҫемлек майы;

- 50 гр аш һеркәһе;

- ҡыҙыл, ҡара борос (тәменә ҡарап) кәрәк.

Помидорҙың ҡабығы еңел әрселһен өсөн ҡайнар һыу менән бешереп алабыҙ ҙа блендер менән иҙәбеҙ. Унан һүрән генә утта 5 минут ҡайнатабыҙ. Баклажан менән боросто ваҡ ҡына шаҡмаҡлап турап, помидорға ҡушабыҙ. Көнбағыш майын, тәмләткестәрҙе лә ҡушып ебәреп, тағы 20 минут ҡайнатабыҙ. Аҙаҡ аш һеркәһе менән иҙелгән һарымһаҡ өҫтәп, яҡшы ғына итеп болғатабыҙ. Әҙер салатты стериләнгән банкаларға һалып, ҡапҡас менән нығытып ябып, һыуынғансы төрөп ҡуябыҙ.

Лечо
Был салат өсөн беҙгә:

- 3 кг помидор;

- 1,5 стакан шәкәр;

- 1 стакан үҫемлек майы;

- 8-10 бөртөк ҡара борос;

- 2 аш ҡалағы тоҙ;

- 3 лавр япрағы;

- 2 аш ҡалағы 9% аш һеркәһе;

- 3 кг татлы борос кәрәк.

Помидорҙы ит турағыс аша үткәреп, шәкәр, май, ҡара борос, тоҙ, лавр япрағы, аш һеркәһе ҡушып, 30 минут ҡайнатабыҙ. Унан боросто турап ҡушып, тағы ла 5-10 минут бешерәбеҙ. Әҙер булғас, алдан стерилләнгән банкаларға һалып, ябып, баш түбән әйләндереп, өҫтөн ҡаплап, һыуынғансы ултыртып ҡуябыҙ.

Аштарығыҙ тәмле лә, файҙалы ла булһын, хужабикәләр!


Читайте нас: