Мораҙым
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
25 Июль 2019, 23:55

Ниндәй аҙыҡ һине ҡартайта?

Ниндәй аҙыҡ һине ҡартайта? Ҡартлыҡтың һиҙҙермәй генә яҡынлашыуын яйлатырға мөмкин, тип иҫәпләй белгестәр. Ҡартлыҡтың үҙен “еңеп” булмауы билдәле булһа ла, ниңә уның килеүен һуңғараҡ ҡалдырмаҫҡа? Аҙыҡ-түлекте дөрөҫ һайлау һеҙгә ярҙам итер. Ҡайһыһын самалап ҡына ҡулланырға кәрәк?

Ҡартлыҡтың һиҙҙермәй генә яҡынлашыуын яйлатырға мөмкин, тип иҫәпләй белгестәр. Ҡартлыҡтың үҙен “еңеп” булмауы билдәле булһа ла, ниңә уның килеүен һуңғараҡ ҡалдырмаҫҡа?


Аҙыҡ-түлекте дөрөҫ һайлау һеҙгә ярҙам итер. Ҡайһыһын самалап ҡына ҡулланырға кәрәк?


Шәкәр – барыбыҙға ла киң билдәле продукт. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны бөтә блюдоларға ла өҫтәйҙәр. Был шәрбәтте самаһыҙ ашау һеҙҙең тышҡы ҡиәфәтегеҙҙә мотлаҡ сағыласаҡ. Һүҙ бында һимереү, артыҡ ауырлыҡ тураһында ғына бармай. Шәкәр күҙәнәктәрҙе зарарлай, шул арҡала коллагенды синтезлау тиҙлеге кәмей. Һөҙөмтәлә тире һығылмалылығын, ныҡлығын юғалта, йыйырсыҡтар барлыҡҡа килә.


Тоҙһоҙ йәшәп булмауы билдәле. Әммә уны ҡулланыуҙы контролдә тотоп, иртә ҡартайыуҙан ҡотолорға мөмкин. Самаһыҙ тоҙло аҙыҡ менән мауығыу һөҙөмтәһендә организмда шыйыҡлыҡ тотҡарлана, шул арҡала күҙ аҫтары, йөҙҙәр, ҡул-аяҡтар шешенә.


Энергетик тип йөрөтөлгән эсемлектәр һис һүҙһеҙ йөҙөгөҙгә матурлыҡ, сафлыҡ өҫтәмәйәсәк. Ундағы кофеин теш эмаленә лә зарар килтереүе ихтимал. Эсемлекте ҡулланыу тирене төҫһөҙләндерә, йәмһеҙләй.


Алкоголле эсемлектәр менән мауығыу организмдағы бөтә системалар эшмәкәрлегенә зыян килтерә. Тире торошона насар тәьҫир яһай, бит йәмһеҙләнә, шешенә, тупаҫлана, һырҙар барлыҡҡа килә.


Кукуруздан етештерелгән попкорн, чипсы кеүек аҙыҡтар – йәшлектең “дошмандары”. Ҡартлыҡ килеүен үлар ун тапҡырға тиҙләтә. Барыһы ла организмда омега-3 һәм омега-6 матдәләренең етешмәүенән.


Эшкәртелгән ит һәм ярымфабрикаттар тән тиреһенә насар йоғонто яһай. Был аҙыҡтар матдәләр алмашыныуын боҙа, тире һығылмалылығын кәметә, шул арҡала йыйырсыҡтар барлыҡҡа килә. Өҫтәүенә уларҙа буяуҙар, эмульгаторҙар, стабилизаторҙар, тәмде көсәйтеүсе матдәләр, сульфиттар етерлек.


Ҡамыр аштары, ҡабарып торған булка, татлы пирог, итле бәлештәр аппетитты ҡуҙғытыуына ҡарамаҫтан, самаһын белегеҙ. Уларҙың күбеһенә шәкәр ҡушылғанлыҡтан, эластик һәм коллагендың етештерелеүе кәмей, тәндең тығыҙлығы юғала.


Фото: twitter.com


Автор: Д. Ғәбдрәхимова

Читайте нас: