Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
20 Июль 2019, 13:56

Иң яҡшы кер йыуыу порошогы асыҡланған

“Роскачество” ведомствоһы туғыҙ илдә балалар өсөн етештерелгән порошоктарҙың 22 төрө буйынса тикшереү үткәрҙе.

“Роскачество” ведомствоһы туғыҙ илдә балалар өсөн етештерелгән порошоктарҙың 22 төрө буйынса тикшереү үткәрҙе.


Продукция 44 төрлө күрһәткес буйынса баһаланған, тип хәбәр итә “Известия” гәзите. Һөҙөмтәләрҙән күренеүенсә, “Ушастый нянь” порошогы иң яҡшыһы тип табылған. Продукцияның бөтә төрҙәре лә хәүефһеҙ, интоксикация һәм аллергия реакцияһын тыуҙырмай, тип билдәләнде. Йыуғандан һуң бер әйберҙең дә ныҡлығы, размеры үҙгәрмәгән.


Ә таптарҙы бөтөрөүҙә “Аистенок”, “Ушастый нянь”, Free Time, Meine Liebe һәм Tide порошоктарының тәьҫирле булыуы асыҡланған.


Автор: Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.

Читайте нас: