Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
18 Июль 2019, 17:19

Тәнгә лә, йәнгә лә шифалы

Ысынлап та, тәнгә лә, йәнгә лә шифа ул – мунса тигәндәре! Тәнде таҙартып ҡына ҡалмай, барлыҡ арыу-талсығыуҙы ла ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сығара. Башта ҡайнашҡан мең төрлө уйҙар, борсолоу-хафаланыуҙар ҙа юҡ була. Сабынып, биттәре алһыуланып сыҡҡан кешегә иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: мунсанан һуң кеше кәмендә ике-өс йәшкә йәшәреп киткәндәй тойола.

Ысынлап та, тәнгә лә, йәнгә лә шифа ул – мунса тигәндәре! Тәнде таҙартып ҡына ҡалмай, барлыҡ арыу-талсығыуҙы ла ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сығара. Башта ҡайнашҡан мең төрлө уйҙар, борсолоу-хафаланыуҙар ҙа юҡ була. Сабынып, биттәре алһыуланып сыҡҡан кешегә иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: мунсанан һуң кеше кәмендә ике-өс йәшкә йәшәреп киткәндәй тойола.

Мунсаның шифаһы хаҡында атай-олатайҙарыбыҙ элек-электән яҡшы белгән. Улар өсөн ул йыуынып сығыу урыны ғына түгел, күп сирҙәрҙән дауа ла булып торған. Хәҙерге заманда инде мунсаларҙың ниндәй генә төрҙәре юҡ: ағы, ҡараһы, сабыныу, йыуыныу, кейенеү урындары айырым булғандары, ағастан, таштан эшләнгәне... Иң мөһиме - уларҙың тәғәйенләнеше үҙгәрешһеҙ ҡала: йән дә, тән дә таҙарынырлыҡ, шифа алырлыҡ, ял итерлек урын булдырыу.

Миндекһеҙ мунса – мунса түгел

Мунсаны телгә алыу менән, әлбиттә, иң тәүҙә миндек күҙ алдына килә. уның да ниндәй генә төрҙәре юҡ. Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ уның ҡайын, саған, имән, йүкәнән булғанын ҡулланған һәм һәр ҡайһыһының файҙаһын яҡшы белгән.

Сабынған саҡта тәнгә үҙенсәлекле массаж да яһала, быны хатта белгестәр ҙә раҫлай, тәндең ҡан әйләнеше яҡшыра, тирләү һәм матдәләр алмашыныуы көсәйә. Япраҡтарҙан бүленгән тәбиғи элемент — фитонцидтар төрлө микробтарҙы юҡ итә, иммун системаһын нығыта. Йәшәртеү сере шунда: төрлө ағас япраҡтарынан торған миндектәге эфир майҙары тирегә ыңғай тәьҫир итә. Мунса инергә, сабынырға яратҡан кешеләрҙең йәшерәк күренеүен үҙегеҙ ҙә абайлағанығыҙ барҙыр.

Ғөмүмән, мунса бар организм өсөн дә файҙалы. Сабыныу шулай уҡ төрлө сир-сырхауҙан да арындыра. Әммә шуныһында күҙ уңында тоторға кәрәк: һәр нәмәлә сама белгән кеүек бында ла саманы белеү, миндекте дөрөҫ итеп һайлау кәрәк.

Миндектәр төрлө ағас һәм үләндәрҙән әҙерләнә. Әйткәндәй, июль – миндек бәйләп ҡалыу өсөн иң ҡулай мәл. Бер генә төрлө миндек яһарға ла, төрлө ағас, үлән ҡушып бәйләргә лә мөмкин.

Ҡайын миндеге – “иң-иң”дәр рәтенә инә, сөнки ул иң файҙалыһы. Ауыр эштән һуң арыу-талсығып ҡайттығыҙмы? Диванға ҡолар алдынан мунсаға барып, бер аҙ миндек менән елпенеп алырға хәл табығыҙ – иртәгәһенә мускулдар ауыртыуынан, быуындар һыҙлауынан йонсомаҫһығыҙ. Тәнегеҙ, мускулдарығыҙ ҙа йомшарып ҡалыр.

Тағын да шифалы яҡтары күп ҡайын миндегенең: тирене төрлө сирҙәрҙән, эренле яраларҙан дауалай, сыйылған, еңелсә яраланған урындың уңалыуын тиҙләтә, тынысландыра, кәйефте күтәрә. Тын юлдарына, тамаҡҡа ла файҙаһы күп: бронхыларҙы киңәйтә, һөҙөмтәлә үпкә эшмәкәрлеге яҡшыра. Шуға ла ҡайын миндеге менән сабынғандан һуң тын алыуы иркенәйеп ҡалыуына аптырарға кәрәкмәй. Астма сиренән яфаланыусылар, тәмәке тартыусылар өсөн дә яҡшы.

Бындай миндек бешекләнгән һыу сәсте һәм тәнде йыуыу өсөн ҡулай - ҡайын япрағы төнәтмәһе сәс тамырына ҡеүәт бирә, ҡауаҡты бөтөрә, тәнде сафландыра.

Имән миндеге иһә тән, бит тиреһе майлы булғандарға кәңәш ителә. Ул тиреләге артыҡ майҙы бөтөрөп кенә ҡалмай, биттәге һытҡыларҙы ла юҡҡа сығара, аяҡтарҙың тирләүен кәметә.

Имән япраҡтарының хуш еҫе ҡан баҫымының юғары күтәрелмәүенә булышлыҡ итеүен дә оноторға ярамай. Ошо сифаты өсөн ул спорт менән шөғөлләнеүселәргә, ҡан баҫымы юғары кешеләргә ҡулай. Нервы системаһын тынысландыра, күңел төшөнкөлөгөнән арындыра. Ҡайһы бер тире сирҙәре булғанда, аяҡтар тирләп йонсотҡанда төнәтмәһе файҙаланыла.

Йүкә миндеге баш ауыртыуынан йонсоғандарға яҡшы. Бөйөр эшмәкәрлеген дә әүҙемләштерә - сабынғанда был органға еңелсә генә гимнастика яһалыуы сәбәпле, тир бүленеп сығыуҙы тиҙләтә, тирене тынысландыра, яраларҙы бөтәштерә, бронхыларҙы киңәйтә. Һалҡын тейҙергәндә лә йүкә миндегенә тиңе юҡ тип иҫәпләнә: тын юлдарын киңәйтә, тынысландыра.

Ылыҫлы ағас ботаҡтарынан яһалған миндек япраҡлыларына ҡарағанда, әлбиттә, бер аҙ ҡатыраҡ, шуға ла уны уны кәмендә ун – ун биш минут ҡайнар һыуҙа бешекләргә кәрәк буласаҡ.

Ылыҫтарҙы ҡайындан яһалғанына ҡушып яһарға ла мөмкин. Ҡан әйләнешен шәбәйтә, тын алыуҙы иркенәйтә.

Төрлө ағастарҙан бәйләнгән миндеккә кесерткән йәки мәтрүшкә ҡушырға ла була. Ундайҙар арығанлыҡты бөтөрә, тынысландыра.

Етмеш төрлө сиргә дауа һаналған был үләндәр миндектең шифаһын тағы ла арттыра, хуш еҫ өҫтәй.

Күренеүенсә, барлыҡ миндектәр ҙә һәйбәт, һәр береһенең үҙенең шифаһы бар. Уларҙы урынын, самаһын белеп ҡулланғанда, тик файҙаһын ғына күрергә була.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА әҙерләне.
Читайте нас: