Мораҙым
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
27 Июнь 2019, 17:22

Тәҙрә төбөм – гөл генә

Катарантус, амариллис һәм лилиә сәскәләрен үҫтереү серҙәрен белгегеҙ килһә, был мәҡәлә һеҙҙең өсөн

Катарантус
Катарантус – артыҡ талапсан булмаған сәскәләрҙең береһе. Өй шарттарында бейеклеге 60 см-ҙан бейек булмай. Сәскәне көнсығыш йәки көнбайыш тәҙрә төбөнә ултырталар, 20-25 градус йылыҡты ярата. Ҡыш ял итеү ваҡытында 12-18 градус йылылыҡ булырға тейеш. Сәскә һыу ярата, тупраҡ кибергә тейеш түгел.
Шуны ла иҫтән сығармағыҙ, сәскәһе матур булһа ла, ағыулы үҫемлек. Балалар булған өйҙә буй етмәҫлек ергә ултыртырға кәрәк. Сәскәләре төрлө – аҡ, алһыу, ҡыҙыл, шәмәхә һәм башҡа төҫлөләре була.
Өй лилиәһе (амариллис)
Ул ҡояшлы урынды ярата. Йәй буйы матур иетп сәскә ата. Көҙгөһөн гөл ял итһен өсөн һыу һибеүзе кәметәләр. Ҡыш көнө 10-16 градус йылылыҡ етә, һуғаны кипмәһен өсөн әҙләп кенә һыу ҡойоп торор кәрәк. Сәскә атҡан ваҡытта һыуҙы йышыраҡ һибегеҙ.
Сәскәне ял иттермәйенсә лә үҫтерергә була. Уның өсөн йыл әйләнәһенә ҡояшлы урында тотоп, йылы һыу менән дымландырырға.
3 йылға бер, сәскә атыуҙан туктағас , икенсе һауытҡа күсереп ултырталар. Тамырҙарын таҙалап, ҡағып, иҫке тупрағын һәм серегән ерҙәрен алып ташлайһың, һуғанының өҫ яғы асыҡ ҡалырға тейеш.
Лилиә сәскәһе
Лилиә сәскәһенең өҫкө яғы - ҡояшта, ә “аяктары” күләгәлә булһа, ул үҙен яҡшы тоясаҡ.
Матур булып үҫһен өсөн уларҙың эргәһенә ҡыҫҡа буйлы ҡыңғырау, етен, ләлә һәм башҡа ошондайыраҡ сәскәләр ултырталар. Ошо үҫентеләр лилиәнең олонон һәм тамырын һалҡында тотасаҡ.
Көнсығыш лилиәһенең тупрағын ҡороторға ярамай.
Азия лилиәләренең урынын 2 йыл һайын алмаштырырға кәрәк.
Читайте нас: