Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
27 Июнь 2019, 18:36

Шифалы үҫемлектәр - аяҡ аҫтында

Сир-сырхау ҡағылғанда дарыу ашау, уколдар ҡаҙатыу хәҙер инде барыбыҙ өсөн дә ғәҙәти күренеш. Ә бына тәбиғәт менән бер бөтөн булған ата-бабаларыбыҙ төрлө шифалы үләндәр, ризыҡтар менән дауаланған. Әйҙәгеҙ әле, беҙ ҙә шул тәбиғи дауаларҙы иҫкә төшөрәйек. Тау биттәрен ҡаплап үҫкән артыш, күҙ ҡамаштырырлыҡ ҡара ҡарағат, әлморон, бөрлөгән, ҡайын еләге, мәтрүшкә, ҡыҙыл миләш, балан, тау йыуаһы, балтырған – уларҙа күпме витамин, күпме шифа! Бары тик йыйып алырға йыбанма ғына...Дауамын беҙҙең рәсми сайтта уҡығыҙ:

Сир-сырхау ҡағылғанда дарыу ашау, уколдар ҡаҙатыу хәҙер инде барыбыҙ өсөн дә ғәҙәти күренеш. Ә бына тәбиғәт менән бер бөтөн булған ата-бабаларыбыҙ төрлө шифалы үләндәр, ризыҡтар менән дауаланған. Әйҙәгеҙ әле, беҙ ҙә шул тәбиғи дауаларҙы иҫкә төшөрәйек.
Тау биттәрен ҡаплап үҫкән артыш, күҙ ҡамаштырырлыҡ ҡара ҡарағат, әлморон, бөрлөгән, ҡайын еләге, мәтрүшкә, ҡыҙыл миләш, балан, тау йыуаһы, балтырған – уларҙа күпме витамин, күпме шифа! Бары тик йыйып алырға йыбанма ғына...
Баҡса ситтәрен баҫып алған кесерткәнде беҙ сүп үләне тип ҡарарға өйрәнгәнбеҙ. Ә бына белгестәр уға юғары баһа бирә һәм витаминдарға бик бай булыуын билдәләй.
Элек инәй-өләсәйҙәребеҙ һәр кеше йылына кәмендә өс тапҡыр кесерткән, балтырған ашы ашарға тейеш тип тә һанаған.
Ҡыҙыҡ өсөн исемлек төҙөп ҡарайыҡ әле. Файҙалы үләндәргә бына нимәләр инә икән: ҡуҙғалаҡ, йыуа, ҡуян тубығы, балтырған, әтмәкәй, тау йыуаһы, кесерткән, ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, дегәнәк тамыры һ.б. Ашай торған үҫемлектәр ҙә байтаҡ: ҡурай еләге, балан, ҡара, ҡыҙыл һәм аҡ ҡарағат, миләш, муйыл, ҡара бөрлөгән, еҙәй, ер еләге, ҡайын еләге, сейә, әлморон, көртмәле.
Һанап кителгән үлән, емеш-еләк тәбиғәт ҡосағы тулы, әммә уларға мотлаҡ һаҡсыл ҡарарға, саманы онотмаҫҡа, тамырҙарын ҡоротмаҫҡа тейешбеҙ. Шифалы үҫемлектәрҙе йыйыуға тотонор алдынан уның халыҡ дауаһында нисек ҡулланылғаны, киптереү һәм һаҡлау ҡағиҙәләре тураһында ла белергә кәрәк.
“Япраҡтар, ғәҙәттә, сәскә атмаҫ элек, сәскәләр иһә яңы ғына атҡан мәлдә йыйыла. Ә тамырҙарын көҙ, үҫемлектә һут йөрөү туҡталғас, әҙерләйҙәр. Орлоҡ һәм емештәрҙе – бары өлгөргәс. Шифалы үҫемлектәрҙе ҡоро көндә, ысыҡ кипкәс кенә йыйырға мөмкин. Шул осраҡта ул яҡшы кибәсәк һәм файҙалы матдәләрен һаҡлаясаҡ, юғиһә еүеш япраҡ йылы бүлеп сығара һәм серей”, - ти был өлкәне яҡшы белгәндәр.

Гөлназ ҒӘЛИЕВА.
Читайте нас: