Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
27 Июнь 2019, 17:38

Сәй эсәйек бергәләп

Сәй эсеүҙең һәр халыҡта үҙ йолаһы бар. Эсемлектең файҙаһы хаҡында барыһын да беләбеҙ кеүек, әммә уның да сифаты һәм үҙенсәлеге таң ҡалдыра. Сәй ҡыуағының япрағында өс йөҙҙән ашыу элемент бар. Ҡайһы берҙәре әлегәсә тулыһынса өйрәнелмәгән. Мәҫәлән, сәй рубигиндарын молекулалар кимәлендә айыра ла алмайҙар. Нисек кенә булмаһын, сәй –Ер йөҙөндәге шифалы эселектәрҙең береһе, уның ҡараһы ла, йәшеле лә, ҡыҙылы ла берҙәй файҙалы. Бер сынаяҡ сәй ҙә физик һәм аҡыл эшмәкәрлеген күтәрә, арығанлыҡты бөтөрә, майҙарҙың бүленеп сығыу барышып тиҙләтә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Барыһына ла ундағы кофеин сәбәпсе. Микроэлементтар комплексы (калий, фосфор, тимер, марганец, барий, йод, никель, бор, баҡыр) матдәләр алмашыныуын көйләй, организмдағы күп кенә процестарға ыңғай тәьҫир итә. Мәҫәлән, калий – йөрәк эшмәкәрлеге өсөн файҙалы, фтор тештәрҙе һаҡлай, йод – склерозға ҡаршы тәьҫирле мөһим элемент. Дуплау матдәләре организмдан токсиндарҙы сығара һәм ҡан тамырҙарын нығыта. Тиамин фәҡәт сәйҙә һәм бер нисә бәшмәк төрөндә генә осрай. Кофеин менән берлектә мейе эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә. Ҡайһы бер витаминдарҙың сәй япрағы эшкәрткәндә юҡҡа сығыуы билдәле. Тик был ҡан ойошоуын көйләүсе К витаминына ҡағылмай. Катехиндар – сәйҙәге иң ҡиммәтле, көслө биоактив берләшмәләр. Улар ҡан тамырҙары тышлыҡсаһын һығылмалы итә, капиллярҙарҙы нығыта, атеросклероз үҫешен тотҡарлай. Өҫтәүенә онҡологик сир хәүефен кәметә. Санкт-Петербург дәүләт университетында үткәрелгән тикшеренеүҙәр катехиндарҙың ДНК күҙәнәктәрен радияциянан һаҡлауын асыҡлаған.ДАУАМЫН БЕҘҘЕҢ САЙТТА УҠЫҒЫҘ:

Сәй эсеүҙең һәр халыҡта үҙ йолаһы бар. Эсемлектең файҙаһы хаҡында барыһын да беләбеҙ кеүек, әммә уның да сифаты һәм үҙенсәлеге таң ҡалдыра.
Сәй ҡыуағының япрағында өс йөҙҙән ашыу элемент бар. Ҡайһы берҙәре әлегәсә тулыһынса өйрәнелмәгән. Мәҫәлән, сәй рубигиндарын молекулалар кимәлендә айыра ла алмайҙар. Нисек кенә булмаһын, сәй –Ер йөҙөндәге шифалы эселектәрҙең береһе, уның ҡараһы ла, йәшеле лә, ҡыҙылы ла берҙәй файҙалы.
Бер сынаяҡ сәй ҙә физик һәм аҡыл эшмәкәрлеген күтәрә, арығанлыҡты бөтөрә, майҙарҙың бүленеп сығыу барышып тиҙләтә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Барыһына ла ундағы кофеин сәбәпсе.
Микроэлементтар комплексы (калий, фосфор, тимер, марганец, барий, йод, никель, бор, баҡыр) матдәләр алмашыныуын көйләй, организмдағы күп кенә процестарға ыңғай тәьҫир итә. Мәҫәлән, калий – йөрәк эшмәкәрлеге өсөн файҙалы, фтор тештәрҙе һаҡлай, йод – склерозға ҡаршы тәьҫирле мөһим элемент.
Дуплау матдәләре организмдан токсиндарҙы сығара һәм ҡан тамырҙарын нығыта.
Тиамин фәҡәт сәйҙә һәм бер нисә бәшмәк төрөндә генә осрай. Кофеин менән берлектә мейе эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә. Ҡайһы бер витаминдарҙың сәй япрағы эшкәрткәндә юҡҡа сығыуы билдәле. Тик был ҡан ойошоуын көйләүсе К витаминына ҡағылмай.
Катехиндар – сәйҙәге иң ҡиммәтле, көслө биоактив берләшмәләр. Улар ҡан тамырҙары тышлыҡсаһын һығылмалы итә, капиллярҙарҙы нығыта, атеросклероз үҫешен тотҡарлай. Өҫтәүенә онҡологик сир хәүефен кәметә. Санкт-Петербург дәүләт университетында үткәрелгән тикшеренеүҙәр катехиндарҙың ДНК күҙәнәктәрен радияциянан һаҡлауын асыҡлаған.

Ә ҡайһы төҫтәге сәй файҙалыраҡ?
Сәй ҡаптарындағы яҙыуҙарға күҙ һалһаң, биоактив берләшмәләрҙең ҡыҙылында йәшелендәгенә ҡарағанда – биш, ә йәшелендә ҡараһына ҡарағанда егерме тапҡырға күберәк икәнлеген белергә мөмкин. Әммә эш төҫтә түгел, ә сәйҙең ниндәй сортҡа ҡарауында. Хатта ике төрлө йәшел сәйҙең дә файҙалы матдәләре буйынса бер-береһенән ҡырҡа айырылыуы ихтимал.
Ғалимдар фекернсә, сәйҙәр араһында япондар башҡаса уйлай: улар тәүҙә йәшел сәйҙе махсус фарфор һауытта онтаҡлай, аҙаҡ алдан йылытып ҡуйылған фарфор сәйнүккә әҙләп кенә һалып, ҡайнар һыу ҡоя һәм дөгө һабаҡтары менән шыйыҡ ҡаймаҡ хәленә еткәнсе иҙә.
Бына тигән хуш еҫле эсемлек! Бындай сәй бик ҡаты, кофеинға ифрат бай, шуға күрә ҡан баҫымы юғары булған һәм йоҡоһоҙлоҡ менән яфаланған кешеләр өсөн ул бармай.
Инглиздәр ҡара һинд сәйенә йәки цейлон сәйенә өҫтөнлөк бирә. 150 мл ҡайнар һыуға 1 балғалаҡ сәй, йәнә сәйнүккә бер ҡалаҡ өҫтәп, эсемлекте төнәтергә ҡуялар. Ныҡ итеп йылытылған сынаяҡтарға 2-3 ҡалаҡ йылы һөт һалғас ҡына әҙер сәйҙе ҡоялар.
Сәйҙе асыҡҡанда ла, һыуһағанда ла эсәләр. Һыуһынды ҡандырыусы эсемлек яһайым тиһәң, тәүҙә сәйҙе ҡойоп,бер минуттан ғына өҫтөнә һөт ҡояһың. Сәй ҡуйыраҡ, йәғни, туҡлыҡлыраҡ булһын тиһәң, киреһенсә – тәүҙә һөт, аҙаҡ сәй ҡояһың.

Тәнгә сихәт үлән сәйҙәре
Башҡорттарҙа борондан үлән сәйҙәренә өҫтөнлөк биргәндәр. Мәтрүшкә, бөтнөк, ҡарағат япрағы, кейәү үләне, һары мәтрүшкә, боланут кеүек шифалы үҫемлектәрҙән әҙерләнгәне мең сиргә дауа тип һаналған.

Миләш һәм гөлйемеш

Ҡыш организмдың арыған ваҡыттарында миләш һәм гөл­йемеш эликсиры беҙгә оло көс бирә. Бының өсөн емештәрен ваҡлап, 1:1 миҡдарында төнәтергә кәрәк. Хәлһеҙләнгән организм өсөн бына тигән витаминдар. Балалар өсөн дә файҙалы – төнәтмә хәтерҙе яҡшырта.

Кәзә һаҡалы

Кәзә һаҡалы – бик файҙалы үҫемлек. Уны хатта Францияла салат итеп ашайҙар. Үпкә ауырыуҙарынан бына тигән шифа – сәй итеп эсергә кәрәк. Кәзә һаҡалының япраҡтары С витамины буйынса беренсе урында – бер нисәүһе тәүлеккә етерлек күләмде бирә лә ҡуя!

Бәпембә сәскәһе

Бәпембәнең баштарын ғына йыям да банкаға ағас ҡалаҡ менән төйөп тултырам. Һәр сантиметрҙан һуң бер аҙ шәкәр һибергә кәрәк. Ул матдәләр алмашыныуын яйға һала, үт бүленеүен көсәйтә. Был үлән халыҡ медицинаһында онкологик сирҙәрҙе дауалауҙа киң ҡулланыла. Хуш еҫле һуты аш үҙләштереүҙе көйләй һәм организмдағы сереткес бактериялар менән көрәшә.

Кәбән төбө

Кәбән төбөндә ятып ҡалған үләндәр дауа өсөн айырым көскә эйә тип иҫәпләнә. Уларҙы туҡымаға йыйып алырға кәрәк. Мунсала баҫылған күмерҙең ситенә ултыртып төнәтеп, ауыртҡан ереңде төнәтмә менән сайыу яҡшы һөҙөмтә бирә. Сәс сайҡауға ла бара, бынан һуң улар нығынып, матурайып китә.

Балсыҡ

Аҡ балсыҡ һылап һыҙлаған урындарҙы, бигерәк тә аяҡ-ҡул быуындарын дауаларға мөмкин. Балсыҡтың яҡшымы, түгелме икәнен белеү өсөн былай итегеҙ: алтын балдаҡ эленгән епте өҫтөндә тотоғоҙ. Әгәр ҙә балдаҡ сәғәт йөрөшө буйынса хәрәкәт итә башлаһа, тимәк, ул файҙалы.

Боланут

Болануттың япрағын да, сәскәһен дә йыялар. Тик сәскәһе орлоҡ ебәргән булырға тейеш түгел. Уны иҙергә һәм эмаль һауытта ауырлыҡ менән баҫтырып, бер көн самаһы тоторға кәрәк. Йәғни үләнде әсеткәндән һуң ғына киптерергә. Ошо килеш боланут быҡтырыла һәм биохимик реакция арҡаһында файҙаһы арта. Дөрөҫ эшләгәндә, сәйҙән хуш еҫле бал тәме генә килеп торасаҡ.

Мәтрүшкә
Күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 30-80 см, июль-сентябрь айҙарында алһыу аҡ сәскә ата, август-сентябрҙә емеше өлгөрә. Мәтрүшкә ҡорораҡ ерҙә, урман ситендә, тау биттәрендә, йылға ярҙарында үҫә. Башҡортостанда киң таралған.
Элек-электән уны дарыу өсөн дә, сәй итеп тә файҙаланғандар.Ҡышҡылыҡҡа һаҡлар өсөн 20-30 сантиметр оҙонлоҡта ҡырҡып алып, өй ҡыйығында йәки яҡшы еләтелгән урында киптерәләр. Бәйләме менән һаҡлағанда — бер йыл, ваҡлап, ныҡ ябылған үтә күренмәҫ һауытта тотһаң, өс йылға тиклем яраҡлы була. Мәтрүшкәнең файҙаһы ифрат ҙур. Уны ҡан баҫымы юғары булғанда, атеросклероздан, һалҡын тейгәндә һәм башҡа осраҡтарҙа ҡулланалар. Хуш еҫле үҫемлекте баш ауыртҡанда эсәләр һәм йоҡоһоҙлоҡтан яфаланғанда ла файҙаланалар, төнәтмәһе менән баш йыуалар. Теш һыҙлағанда мәтрүшкәне сәйнәйҙәр.
Балтырған

Балтырған ашҡаҙан-эсәк, бауыр, нервы, ҡурылдай астмаһы, тире ауырыуҙарын дауалағанда файҙаланыла.
Уның составындағы шифалы матдәләр, эфир майҙары аш үҙләштереүҙе яйға һала, ағзаларҙы шлактарҙан таҙарта. Балтырғанды эс ҡатыу, артыҡ кислоталы гастрит менән яфаланғанда йыш ҡулланырға кәңәш итмәйҙәр. Ҡайнар һыуҙа сайҡатылған япрағын быуындар һыҙлағанда, мастит осрағында компресс итеп һалалар. Бер ҡалаҡ ваҡланған балтырған япрағын бер стакан ҡайнар һыуҙа 2 сәғәт төнәтергә. Һөҙөргә. Ике сәғәт һайын берәр ҡалаҡ эсергә.

Күк сәскә

Сәскә атҡан мәлендә йыялар. Дауа өсөн таж япраҡтары ҡулланыла. Күк сәскә йөрәк һәм ҡан тамырҙары, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы (пиелонефрит, цистит, уретрит) сирҙәрендә бәүелде, ә холецистит, холангит осрағында үт ҡыуыу сараһы булараҡ файҙалы. Ағзаларҙа һыу-тоҙ алмашыныуын көйләй. Бер балғалаҡ киптерелгән күк сәскәгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 20 минут төнәтергә. Һыуынғас, һөҙөргә. Көнөнә өс тапҡыр, ашарға 15–20 минут ҡалғас, ике ҡалаҡ эсергә.

Ҡайын еләге

Еләге һәм япрағы дауалау сифатына эйә. Еләгендә С витамины, фолий кислотаһы, каротин, эфир майҙары һәм башҡа биологик актив матдәләр бар. Япрағы С витаминына бай. Ҡайын еләген өлгөргәс йыялар, япрағы үҫемлек сәскә атҡанда әҙерләнә.

Ҡайын еләге ашҡаҙан һәм бөйән эсәгендә сей яра булғанда, бауырҙа, үт ҡыуығында, бөйөрҙә таш барлыҡҡа килгәндә, ҡан баҫымы күтәрелгәндә, йөрәк эшмәкәрлеге һүлпәнәй­гәндә, атеросклероз, туберкулез, шәкәр диабеты башланғанда тәҡдим ителә.

Бер балғалаҡ ҡайын еләгенә 1/4 литр ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут тоторға. Һөҙгәс, көнөнә өс тапҡыр ярты стакан самаһы эсергә.
Шифалы үҫемлектәрҙе йыйыу мәле етте, тик тәбиғәт биргән ниғмәттәр бөтмәҫ хазина түгел икәнлеген онотмағыҙ.
Читайте нас: