Яңы – 2019 йылдың хужаһы Һары Сусҡа, йәиһә Ҡабан булғанға күрә, һис шикһеҙ, Яңы йылды һары күлдәктә ҡаршылау “Хужа”ны ололау, хөрмәтләү билдәһе тип һанала. Ә кем һары төҫтө килештерә алмай, “алтын” күлдәк кейеп, мәсьәләне хәл итергә мөмкин. Алтындың да төрлө сағылышы бар бит әле, ниндәйе күңелеңә яҡын, шуныһын һайла: көрәнерәк, йәшкелт, алтын тәңкә төҫөндәгеһе, ҡарағусҡыл һәм аҡһылы.
Улары ла йәнеңә ятмай икән, 2019 йылдың стихияһы – Ер икәнлеген иҫкә алып, ҡара йәшел, һоро төҫтәге кейем-һалымды һайларға була. Сағыу төҫтәргә өҫтөнлөк биреүселәр ут кеүек янып торған асыҡ ерән, ҡыҙыл күлдәктәр кейеп, тирә-яҡтың иғтибарын үҙенә йәлеп итергә мөмкин. Алтын һәм ут төҫөн, йәғни сағыу төҫтәрҙе килештерә алмағандарға көмөш һәм аҡ яғына ауырға рөхсәт ителә. Был “металл”, йәғни нейтраль төҫтәр кешене, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙы, тағы ла күркәмерәк, ҡупшыраҡ күрһәтә.
Күлдәктәрегеҙ сәскәле булһа, тағы ла яҡшыраҡ – был тик яңы үрҙәргә, бай һәм уңдырышлы йылға!
Ә фасондарға килгәндә, ҡупшы, ҡабарынҡы итәкле “Принцесса” күлдәктәре, плиссе, каскад итәкле моделдәргә өҫтөнлөк бирелә.
Тик бына “леопард”, йылан кеүек ҡырағай тәбиғәттең агрессив төҫтәрен йыйған кейемдәрегеҙҙе кейеп, йыл “хужаһы”ның берүк ҡотон алмағыҙ! Сөм ҡараны ла ул хупламай, бик тә ҡара күлдәк кейгегеҙ килһә, уның өҫ яғы, йәиһә итәге мотлаҡ асыҡ төҫтә булһын.