Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
28 Декабрь 2018, 19:33

2019 йылға йондоҙнамә

Киләһе йыл - Ҡабан йылы (Һары, ер ҡабаны). Ул 12 йыллыҡ мөсәлгә нөктә ҡуя. Шулай булғас, быға тиклем өлгәшелгәндәргә һығымта яһау, киләсәккә маҡсаттар билдәләү зарур.

Киләһе йыл - Ҡабан йылы (Һары, ер ҡабаны). Ул 12 йыллыҡ мөсәлгә нөктә ҡуя. Шулай булғас, быға тиклем өлгәшелгәндәргә һығымта яһау, киләсәккә маҡсаттар билдәләү зарур.
2019 йылдың 5 февралендә тәхеткә менеп ултырасаҡ йыл хужаһы үҙенең тыныс, ипле булыуы менән күптәргә оҡшар. Ниһайәт, үҙегеҙҙе артҡа һөйрәгән йәки һеҙгә аяҡ салған кешеләрҙе, яман ғәҙәттәрҙе тормошоғоҙҙан һыҙып ташларһығыҙ. Күңелегеҙгә ятҡан яңы һөнәрҙәрҙе үҙләштереү, изге ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырыу еңел бирелер. Ҡабан йылы күптәр өсөн сағыу ваҡиғалар менән иҫтә ҡаласаҡ. Беҙҙең күбебеҙ киләсәк хаҡында борсолоуҙан туҡтап, бөгөнгө көндө, әлеге тормошон ҡәҙерләй башлар.

Ҡуҙы (21.03-20.04).
Ҡуҙылар өсөн йыл бик уңышлы килер. Әммә ҡыштың һуңғы айында күңел асыуҙарҙы онотоп торорға тура киләсәк –яңы өлкәне үҙләштереү йәки яңы килешеүҙәр төҙөү кәйеф-сафа ҡороуға ваҡыт ҡалдырмаҫ. Яҙ аҙағы – йәй башы үҙ эшен асырға теләүселәр өсөн ҡулай. Уңайлы мәлде тотоп ҡалғанда, уңыш һеҙҙең яҡта булыр. Йылдың икенсе яртыһында ҡуҙылар оҙаҡ көтөлгән шансты ысҡындырмаҫ өсөн һәр ерҙә өлгөрөргә тырышасаҡ.
Буға (21.04. – 21.05).
Буғалар мең төрлө идеялар менән яныр, уларҙың барыһын да тормошҡа ашыра алмаһа ла, күңеленә ятҡан өлкәлә ярайһы уҡ уңышҡа ирешер. Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарҙы шәхси өлкә лә ҡыуандырыр, яңғыҙҙар яңы тормош башларға йөрьәт итер, парлылар иһә быға тиклем булған аңлашылмаусанлыҡтарҙан арынып, икенсе яртыһы менән бер-береһен ярты һүҙҙән аңлай башлар.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06).
2019 йылда игеҙәктәр үҙҙәрен үҙ тәрилкәһендә итеп тойор, көтөлмәгән һынауҙарҙы ла еңел йырып сығыр. Йыл уларға эштә лә, шәхси өлкәлә лә уңыш, матди яҡтан тотороҡлолоҡ вәғәҙә итә, әммә бының өсөн уларға билде биштән быуып тырышырға тура килер. Өйҙә лә, эштә лә тормош ҡайнап торор, күп игеҙәктәр үҙҙәрен ижад өлкәһендә һынап ҡарарға теләр. Июль - ял итер өсөн уңайлы мәл, ял мәлендә танышҡан кешеләрҙең аҙаҡ тормошоғоҙҙа мөһим урын алыуы ла бик мөмкин.

Ҡыҫала (220.06 – 23.07).
Яңы йылда ҡыҫалаларҙы өмөтлө һәм мөһим осрашыуҙар көтә. Үҙ ниәттәрегеҙгә табан ҡыйыу аҙымдар менән барғанда эске тауышығыҙға ҡолаҡ һалығыҙ – алдан һиҙемләү тойғоғоҙ был йылда ла һынатмаҫ һәм дөрөҫ юл күрһәтер. Яҙ һәм йәй буйы башығыҙға яңынан-яңы идеялар килер, баҙап ҡалмағыҙ – йыл ижади асыштар өсөн бик ҡулай. Матди яҡтан артыҡ ауырлыҡ булмаҫ, киреһенсә, һаҡсыл ҡыҫалалар аҡса янсығын бер ни тиклем ҡалынайтыуға өлгәшер.
Арыҫлан (24.07 – 23.08).
Арыҫландар өсөн аҡсалы һәм уңышлы йыл килә. Йылдың тәүге яртыһында улар иғтибар үҙәгендә булыр, тырышлыҡтары баһаланыр һәм ҡайһы берҙәре карьера баҫҡысынан өҫкә үрләр. Уларға эш менән ғаилә араһында көстәрен тигеҙ бүлергә, артыҡ көсөргәнмәҫкә һәм башҡаларҙың мәшәҡәттәрен һәр ваҡыт үҙ иңдәренә алыуҙан тыйылырға кәңәш ителә. Көҙ барыһынан да ял итеп алыу теләге көсәйер.
Ҡыҙ (23.08 – 23.09).
Ҡыҙ йондоҙлоғо аҫтында тыуғандарҙың 2019 йылда йәшәүгә дәрте, көсө бермә-бер артыр. Улар йылдың уңышлылар исемлегенә эләгер – быға тиклем эшләгән хаталарын төҙәтерҙәр һәм яңы ниәттәрен еңел генә тормошҡа ашырырҙар. Уларҙың ышаныслы, ғәҙел икәнлектәре етәкселәр күҙенә лә салынмай ҡалмаҫ. Түгелгән әсе тирҙең татлы емештәрен йыйырға ваҡыт етте. Шәхси өлкәлә барыһы ла ҡәҙимгесә барыр.
Үлсәү (24.09-23.10).
Үлсәүҙәрҙе етди үҙгәрештәр көтә, улар бик күп ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр алыр. Йылдың тәүге яртыһында яңы кешеләр менән танышырһығыҙ, улар менән аралашыу күңелегеҙгә тыныслыҡ, ышаныс алып килер. Ҡайһы бер үлсәүҙәр яңы өлкәне үҙләштерергә ынтылыр, һөнәрҙәрен алмаштырыр. Күңеленә ятҡан шөғөлдө һайлағандар үкенмәҫ һәм мади хәлен нығытыр. Башҡаларҙың аяҡ салыуынан, көнләшеүенән һаҡланыр өсөн күңелегеҙҙәге уй-ниәттәрҙе барыһына ла шаран-яран асып һалыуҙан тыйылығыҙ.
Саян (24.10. – 22.11).
Һиҙген күңелле саяндар барлыҡ өлкәләрҙә лә һиҙелерлек уңыштарға өлгәшер. Айырыуса йылдың тәүге яртыһында көстәре ташып торор - яҡын кешеләрен бәхетле итеп күреү өсөн яңы проекттар төҙөргә, яңы уй-хыялдарын тормошҡа ашырырға ҡыйыу тотонорҙар. Ҡабан йылы алға барыр, йәшәргә ҡамасаулаған яман ғәҙәттәрҙән арыныр өсөн, ысынлап та, ҡулай йыл – шуға ла күңелегеҙгә ятмаған шөғөлдәрҙән, кешеләрҙән алыҫ тороуығыҙ хәйерле.
Уҡсы (23.11 – 21.12).
Уҡсылар, ниһайәт, матди ауырлыҡтарҙан ҡотолоп, еңел тын алыр – туғандар һәм дуҫтар ярҙам ҡулын һуҙыр йәки килемлерәк эш табырҙар. Яҙ башында уҡ улар үҙҙәрендә көс-ғәйрәт артҡанын тойор, әүҙемлектәрен арттырыр. Башығыҙҙа тыуған яңынан-яңы идеяларҙы яҙып барырға онотмағыҙ – йыл аҙағында уларҙың байтағын тормошҡа ашырғанлығығыҙҙы уҡып, үҙегеҙ ҙә хайран ҡалырһығыҙ.
Яңғыҙ уҡсыларҙың “ҡамыт кейеү” ихтималлығы ҙур.
Ылаҡ (22.12. - 20.01).
Етди һәм һәр эшкә яуаплы ҡарап өйрәнгән, эштәренең план буйынса барыуын яратҡан ылаҡтарға Ҡабан йылы көтөлмәгән яңылыҡтар алып килер. Һәм уларҙың барыһы ла тиерлек тик ыңғай яҡҡа булыр: кемдер эш йәки йәшәү урынын алмаштырыр, кемдер һөйгән йәре менән яңы тормош башлар, олораҡтар олатай-өләсәй булыу шатлығын кисерер . Яҙын күп ылаҡтарҙың күптәнге хыялы тормошҡа ашыр, уларҙың үҙ көстәренә ышанысы артыр.
Һыуғояр (21.01 – 19.02).
Һыуғоярҙар өсөн йыл матур булыр – нимәгә генә тотонһағыҙ ҙа ҡулығыҙҙан киләсәк, тик ялҡауланмағыҙ ғына. Һәр өлкәлә лә инициативаны үҙ ҡулығыҙға алығыҙ. Көҙ - эш буйынса ныҡлы бәйләнеш булдырыу, шәхси өлкәлә үҙ-ара мөнәсәбәтте нығытыу, ныҡлы ғаилә ҡороу өсөн ифрат та уңайлы осор. Күп кәйеф-сафа ҡороуҙан баш тартырға тура килер, уның ҡарауы эш һөҙөмтәһен күреп, үҙегеҙҙә тау аҡтарырҙай көс тойорһоғоҙ.
Балыҡ (22.02 – 20.03).
Балыҡтарҙы ла ҡыуаныслы һәм емешле йыл көтә – улар бар ниәттәрен тормошҡа ашыра алыр. Хәл-ваҡиғалар үҙ яйы менән барыр, шуға ла өйҙәрендә тыныслыҡ һәм татыулыҡ хөкөм һөрөр. Быға тиклем күңелдәренә тынғылыҡ бирмәгән мәсьәлә еңел генә хәл ителер. Май-июнь айҙарында хеҙмәт өлкәһендә етди үҙгәрештәр көтөлә – тырыштар карьера баҫҡысы буйлап үрләр, ҡайһы берәүҙәр етәксе ултырғысына ултырыр.
Сысҡан
Был йылда тыуғандар йыл хужаһы менән уртаҡ тел таба һәм уның ярҙамына өмөт итә ала. Күптәр “күләгә”нән сығыр һәм үҙҙәренең күп нәмәгә һәләтле икәнен бар донъяға танытыр. Шулай ҙа алтын урталыҡты һаҡлау һәм уңыштан башты юғалтмау кәңәш ителә. Күптәнге хыялын тормошҡа ашырыусылар ҙа булыр.
Үгеҙ
Үгеҙҙәр өсөн дөйөм алғанда йыл ыңғай килһә лә, еңел булыр тип әйтеп булмай. Күп нәмәгә өлгәшеү өсөн ең һыҙғанып эшләргә, тырышырға тура киләсәк. Хәйер, тәбиғәттән бирелгән ныҡышмалылыҡ үгеҙҙәрҙә етәрлек, шуға ла башҡалар өсөн ауыр тойолған мәсьәләләрҙе еңел генә хәл итеп, башҡаларҙа һоҡланыу тыуҙырырһығыҙ.
Тигр
Һеҙҙең алды яңы ишектәр асылыр, тормош ығы-зығыһына бирелеп, уларҙы күрмәй ҡалмағыҙ. Һөйкөмлөлөгөҙ менән башҡаларҙы ышандыра белеү һәләтегеҙ күптәрҙе үҙегеҙгә ылыҡтырыр, фекерҙәштәр, ҡорҙаштар табырһығыҙ. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: хеҙмәттең тире әсе булһа ла, емеше татлы була.
Бесәй (Ҡуян)
Тормошон ҡырҡа үҙгәртергә теләүселәр өсөн ҡулай йыл. Йәшәү йәки эш урынын алмаштырырға, ғаилә ҡорорға, тышҡы ҡиәфәтенә үҙгәрештәр индерергә теләүселәр был аҙымға ҡыйыу бара ала. Бала саҡтағы иң ҙур хыялығыҙҙы иҫегеҙгә төшөрөгөҙ – уныкүңел йыуанысына ғына түгел, матди хәлегеҙҙе нығытасаҡ шөғөлгә әйләнеүе лә бар.
Аждаһа (Лыу)
Уҙған йылда түккән көсөгөҙҙөң татлы емештәрен татырға ваҡыт етте. Һеҙҙең көсөгөҙҙө, рух ныҡлығығыҙҙы күргәндәр һеҙгә тартылыр. Уй-ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырыу өсөн күп юлдар табылыр. Эш менән ялды аралаштырырға онотмағыҙ, шул ваҡытта һаулығығыҙ ныҡ, күңелегеҙ көр булыр. Шәхси өлкәлә үҙгәрештәр көтөлмәй.
Йылан
Йыл хужаһы йыланды артыҡ өнәп бармаһа ла, был йылда һеҙҙең үҙ ниәттәрегеҙгә табан ҡыйыу аҙымдар менән барыуығыҙҙы һоҡланып күҙәтәсәк. Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ күпкә артыр, быға тиклем баҙнат итмәгән эштәрҙе лә еңел генә атҡарып ҡуйырһығыҙ. Ижади өлкәлә эшләүселәрҙе ҙур уңыш көтә.
Йылҡы
Әүҙемлек, егәрлелек, тәүәккәллек, яуаплылыҡ, һәр ерҙә тәртип – 2019 йылда йылҡыларға иң кәрәкле сифаттар. Уларға эйә булғанда, һәр өлкәләлә уңыш ҡаҙанырһығыҙ, үҙегеҙгә яңы мөмкинлектәр асырһығыҙ. Ваҡытығыҙҙы бушҡа сарыф итмәй генә башкөлләй эшкә бирелһәгеҙ, йыл аҙағында һөҙөмтәләргә үҙегеҙ ҙә аптырарһығыҙ.
Ҡуй
Һеҙҙе яңы асыштар, үҙгәрештәр көтә, әммә уларға өлгәшеү өсөн күп көс һалырға тура килер. Тырышлығығыҙ бушҡа китмәҫ, өлгәшелгән уңыштар күңелегеҙгә ҙур ҡәнәғәтлек алып килер. Башҡаларҙың фекеренә ҡолаҡ һалып, аҡты ҡаранан айыра белеү, яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алыу күп күңелһеҙлектәрҙән аралар.
Маймыл
Һәр ваҡыт күтәренке күңелле булған маймылды йыл хужаһы үҙ итә. Был йылда ла маймылдарға күңелһеҙләнеп ултырырға тура килмәҫ, күп сәйәхәт итерҙәр, яңы кешеләр менән танышырҙар, үҙҙәрен яңы өлкәлә һынап ҡарарҙар. Шәхси өлкәлә лә үҙгәрештәр булыр, моғайын. Иғтибарығыҙҙы төп маҡсатығыҙға йүнәлтегеҙ – уңыш оҙаҡ көттөрмәҫ.
Эт
Эттәр үҙ йылында башлаған эштәрен тамамлап ҡуйыр һәм өр-яңы ниәттәрен тормошҡа ашыра башлар. Матди өлкәлә тотороҡлолоҡ күҙәтелер. Шәхси өлкәлә лә, эштә лә ҡыуаныслы мәлдәр күп булыр. Әлбиттә, бер нәмә лә күктән төшмәҫ, үҙегеҙ тырышлыҡ һалырһығыҙ. Сәйәхәт итеү онотолмаҫ мәлдәр бүләк итер.
Ҡабан
Үҫешкә ынтылыш – үҙ йылында ҡабандарҙы алға әйҙәүсе төп көс булыр. Быға тиклем уйларға ла ҡыймаған өлкәләрҙе лә еңел генә яуларҙар. Тормоштоң һәр көнөнән һәм өлгәшелгән уңыштарҙан йәм һәм кинәнес табып йәшәргә өйрәнегеҙ. Иң изге теләктәрҙе тормошҡа ашырыуҙы аҙаҡҡа ҡалдырмағыҙ.

Тауыҡ йылы

Һуңғы йылдарҙа башлаған проекттарығыҙҙы тамамлап ҡуйырға ваҡыт етте. Яңы мөмкинлектәр бик күп, һәр ерҙә, уларҙы ҡулдан ысҡындырмағанда, ыңғай һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәҫ. Һәр ваҡ-төйәккә иғтибар биреп, көсөгөҙҙө бушҡа сарыф итеүҙән тыйылығыҙ. Шәхси өлкәлә лә ҙур уңыштарға ирешерһегеҙ.

Читайте нас: