Түбәндәге битлектәр йәш, матур күренергә ярҙам итер, ваҡ йыйырсыҡтарҙы бөтөрөр.
*Алманы ваҡ ҡырғыстан үткәрергә. Берәр ҡалаҡ зәйтүн майы, ҡаймаҡ ҡушып бутарға. Майлы йә ҡатнаш тире өсөн бер йомортҡа ағы өҫтәргә мөмкин. 20 минут тотҡандан һуң, битте йылы һыу менән йыуырға кәрәк.
*Кәбеҫтә менән кишерҙе бер үк миҡдарҙа алып, ҡырғыстан үткәргәс, һутын һығырға. Һутҡа берәр балғалаҡ бал менән ҡаймаҡ өҫтәргә. Ҡатнашманы 10 минутҡа биткә яғырға.
*10 грамм майлы кремға бер ҡалаҡ алоэ һутын ҡушып болғатып, биткә 20 минутҡа һөртөү яҡшы һөҙөмтә бирә.
Марля киҫәген ҡурай еләге (таҙарта һәм дымландыра), ҡыҙыл ҡарағат (ағарта) һуты менән сылатып, 15 – 20 минутҡа биткә һалып торорға. Аҙаҡ йылымыс һыу менән битте йыуып алырға. Һут урынына еләк-емештең иҙмәһен ҡулланырға ла ярай.
*Эремсек менән балды яҡшылап болғатып, биткә һыларға. Уны күҙ, ауыҙ тирәһенә лә һөртөргә ярай. Битлекте һалҡын һөт менән йыуып алыу яҡшы.
*Күҙ ситендәге йыйырсыҡтарҙан ҡотолоу өсөн, төнгөлөккә һырғанаҡ, миндаль йә өрөк (абрикос) майы һөртөргә кәңәш ителә. Яҡшы сифатлы зәйтүн майын ҡулланырға ла була.
*Аҡ сәскә, бөтнөк, мелисса кеүек тынысландырыусы үләндәрҙең төнәтмәһен ваҡ һауыттарға һалып, туңдырғысҡа ҡуйырға була. Иртән боҙ киҫәге менән битте һәм күҙ тирәләрен һөртөп сыҡһаң, тире балҡып китә.