Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
6 Сентябрь 2018, 19:52

Маринадланған патиссон рецебы

600 г патиссон, 450 г маринад, 2 г ваҡ керән тамыры, 4 г сельдерей һәм петрушка япраҡтары, ҡуҙаҡлы ҡыҙыл борос, 2-3 һарымһаҡ, 0,3 дәрсен (корица), 10 бөртөк ҡәнәфер, 3 бөртөк хуш еҫле ҡара борос.
Маринад: 400 г һыуға 20 г тоҙ, 20 г шәкәр, 6 г 80 процентлы аш һеркәһе.

Маринадлау өсөн патиссондарҙың бәләкәйерәктәрен, йомшағыраҡтарын һайлайҙар. Уларҙы йыуып, кәрәкмәгән урындарын ҡырҡып таҙартырға. Йәшелсәне ҡайнар һыуҙа 3-5 минут бешекләп, һалҡын һыуҙа һыуытырға.
Аҙаҡ йәшел тәмлекәстәрҙе йыуып, ваҡ ҡына итеп турарға.
Маринад былай әҙерләнә: 1 литрлы банка өсөн эмаль кәстрүлгә һыу, тоҙ һәм шәкәр һалырға. Был масса 10-15 минут ҡайнатыла, 3-4 ҡат марля аша һөҙөп, ҡабаттан ҡайнатырға һәм уға аш һеркәһен өҫтәргә.
Банканың төбөнә йәшел тәмлекәстәрҙе һалғас, патиссондарҙы теҙергә. Тултырылған банкаларға ҡайнар маринад ҡойғандан һуң уларҙы тимер ҡапҡастар менән ҡаплап, ҡайнап торған һыулы кәстрүлгә ҡуйып стерилләргә.


Читайте нас: