Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Март 2020, 12:34

Матур ғаилә - ил күрке

Районыбыҙға 90 йыл тулған мәлдә, изге Күгәрсен ерен намыҫлы хеҙмәте һәм күркәм булмышы менән биҙәп йәшәүсе кешеләрҙе йышыраҡ телгә алғы килә. Ярһыу йәшлек яҙҙарында күрешеп-ҡауышып, һәр тыуған яңы көндө татыулыҡта һәм эскерһеҙ мөхәббәттә үткәреп, 30 йыл ғүмер йомғағын бергә-бергә һүткән һәм өс ҡыҙы - өс балҡыр йондоҙона лайыҡлы тәрбиә биргән Әлфиә һәм Марат Һатыбаловтар иғтибарға, тәрән ихтирам-хөрмәткә лайыҡ.

Иртөбәк ауыл биләмәһенә ҡараған Ялсы ауылына ҡот өҫтәп ғүмер итеүсе эшһөйәр, киң күңелле, алсаҡ йөҙлө Һатыбаловтар – ябай һөнәр эйәләре, “Иртөбәк” йәмғиәтенең тырыш эшсәндәре. Иш янына ҡуш булһын тип, ҙур шәхси хужалыҡ тотоп (ихата тултырып эре мал, һарыҡ, кәзә, ҡош-ҡорт аҫрайҙар), унан табыш индерергә лә күнеккән тынғыһыҙ йәндәр. Эштән йәм таба белгән ауыл уңғандарынан, ҡыҙҙарына оло терәк булып тороусы изгелекле ата-әсәнән күптәргә өлгө алырлыҡ.
Һатыбаловтарҙың матур ғаиләһе тураһында тулыраҡ яҙмабыҙ – баҫмабыҙҙың йома һанында.
Читайте нас: