Август айының һуңғы көндәре республикабыҙ өсөн төрлө мәҙәни сараларға бай булды - Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы тәҡдиме буйынса һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы бойороғона ярашлы, 22-27 августа Армия мәҙәниәте көндәре үтте. Был проект сиктәрендә барлыҡ ҡалаларҙа һәм райондарҙа 300-гә яҡын төрлө сара ойошторолдо.
Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының был проектынан, әлбиттә, беҙҙең район да ситтә ҡалманы. 21 августа Мораҡ ауылының З.Биишева исемендәге ял паркында Армия мәҙәниәте көндәрен асыу тантанаһы үтте.
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығында, Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар һәм Башҡортостан Республикаһындағы Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү йылдарында уҙғарылған сара илһөйәрлек рухы менән һуғарылды. Концертта кесе йәштәге балаларҙан алып өлкән йәштәгеләргә тиклемгеләрҙең ҡатнашыуы, айырыуса махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ҡатындарынан һәм әсәләренән торған “Тын фронт” вокаль ансамбленең сығышы, сараға яугирҙарҙың һәм уларҙың ғаиләләренең килеүе бик тулҡынландырғыс булды.
22 августа “Дан Аллеяһы”нда “Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы” марафоны үтте. Мәңгелек ут янында Мәләүез ҡалаһының йәш армиясылары беҙҙең Мораҡ 1-се урта мәктәбенең Ю.Климов исемендәге кадет класы уҡыусыларына Башҡортостан Республикаһының исемле подразделениеларының байраҡтарын тапшырҙы. Әйткәндәй, “Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы” тип аталған был марафон 23 февралдә Өфөлә генерал Шайморатов һәйкәле янында башланғайны. Байраҡтар республиканың бөтә райондары буйлап үтәсәк һәм 9 декабрҙә, Ватан ҡаһармандары көнөндә, Башҡортостандың баш ҡалаһына әйләнеп ҡайтасаҡ.
Ял паркында иһә үҙәк район моделле китапханаһы коллективы фронтовик-яҙыусыларға арналған әҙәби сара үткәрҙе. Ул йылы һәм дуҫтарса мөхиттә үтте, бөтә ҡатнашыусыларҙа ла ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Теләгән һәр кем хат яҙып, махсус хәрби операция яугирҙарына изге теләктәрен һәм рәхмәт һүҙҙәре юллай алды. Хәрби шиғриәт зонаһы фронтовик шағирҙарҙың ижады менән танышыу майҙансығы булып торҙо, бында Александр Твардовский, Константин Симонов, Мостай Кәрим һәм башҡа авторҙарҙың шиғри юлдары яңғыраны. Китапхана хеҙмәткәре Елена Коннова балаларҙы аквагрим зонаһына йәлеп итте.
Сара аҙағында китапханасылар ҡатнашыусыларҙы тәмле һалдат бутҡаһы менән һыйланы.
23 августа З.Биишева исемендәге ял паркында Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары - Зәлиә Сәйфуллина, Юлай Ҡыҙрасов, Наилә Мәғизова, Эльвира Бакирова, Рәсим Вәлидов, Гөлшат Байтуғанова һәм Айһылыу Вәлидова оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо,
Гүзәл Ҡыҙрасова һәм Дәмин Камалеев сараны матур шиғырҙар менән байытты, мәктәп директоры Флорида Кәримова сәнғәт мәктәбе тураһында һөйләне.
Райондың хәрби туғанлыҡ ойошмаһы автоуҙышы Рәсәй дәүләт флагы көнөнә арналды һәм “Флагта - Рәсәй даны” тип аталды.
Артабан Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында легендар шәхесебеҙ – Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған кинолекторий, махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләре, локаль һуғышта ҡатнашыусылар өсөн Асыҡ ишектәр көнө ойошторолдо. Әйткәндәй, Ш.Хоҙайбирҙин һәм З.Биишева музейҙарында ла “Асыҡ ишектәр көнө” үтте.
25 августа Мораҡ ауылындағы ял паркы йәнә йыр-моңға күмелде: район мәҙәниәт һарайының тынлы оркестры, халыҡ ветерандар хоры һәм һуғыш балалары, тыл эшсәндәре ҡатнашлығында “Киске вальс” уҙҙы.
26 августа ял паркында Армия мәҙәниәте көндәренә йомғаҡ яһалды. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған сараға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары ла саҡырылғайны.
Унда район таланттары - ижади, паториотик конкурстар еңеүселәре, уҡыусылар сығыш яһаны. Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илүзә Ниғәмәтуллина проект сиктәрендә уҙған сараларҙы ойошторған һәм юғары кимәлдә уҙғарғандарҙы Рәхмәт хаты, район хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар бүлеге начальнигы Алина Лысенко йәш армиясыларҙы әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн маҡтау грамоталары менән билдәләне.