Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
13 Август 2025, 16:40

“Башҡортостан Геройҙары” проекты

“Башҡортостан Геройҙары” проекты - кешеләр менән киң йүнәлештә эшләүҙә үҙеңде күрһәтеү өсөн яңы мөмкинлек.  - Новосибирск юғары хәрби команда училищеһында беҙҙе һәр ваҡыт бер ябай хәҡиҡәткә өйрәттеләр: училищенан һуң алға ынтылмаған офицерҙы ышаныслы тип һанарға ярамай. Һәм бына, һайлап алыу критерийҙарын уҡып, мин бөтә пункттар буйынса ла тап килеүемде аңланым. Был минең өсөн бик мөһим, – ти “Башҡортостан геройҙары” программаһының һайлап алыу турынан үткән Алмаз Ғүмәров.

“Башҡортостан Геройҙары” проекты
“Башҡортостан Геройҙары” проекты

Республикала “Башҡортостан геройҙары” программаһының һайлап алыу туры тамамланды. Финалға 70 кеше сыҡҡан, улар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ, Мәҡсүт ауылында тыуып үҫкән аҫыл егеттәребеҙҙең береһе - Алмаз Ғүмәров та бар.

 Батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Алмаз юғары наградаларға, шул иҫәптән Суворов, генерал Шайморатов, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы миҙалдарына һәм Рәсәй ватандаштарының халыҡ-ара советының “Рус донъяһын берләштереүгә индергән өлөшө өсөн” миҙалына лайыҡ була. Яраланған булыуына ҡарамаҫтан, ул Тыуған иленә хеҙмәт итеүен дауам итә һәм яңы белемгә ынтыла.

 Алмаз фекеренсә, “Башҡортостан Геройҙары” проекты - кешеләр менән киң йүнәлештә эшләүҙә үҙеңде күрһәтеү өсөн яңы мөмкинлек.

 - Новосибирск юғары хәрби команда училищеһында беҙҙе һәр ваҡыт бер ябай хәҡиҡәткә өйрәттеләр: училищенан һуң алға ынтылмаған офицерҙы ышаныслы тип һанарға ярамай. Һәм бына, һайлап алыу критерийҙарын уҡып, мин бөтә пункттар буйынса ла тап килеүемде аңланым. Был минең өсөн бик мөһим, – ти “Башҡортостан геройҙары” программаһының һайлап алыу турынан үткән Алмаз Ғүмәров.

 Кадрҙар резервы “Патриот” паркында уҡытыла. Программа бер йылға иҫәпләнгән. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторолған “Башҡортостан Геройҙары” проекты Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса “Сенеж” идаралығы оҫтаханаһы базаһында Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы Юғары дәүләт идаралығы мәктәбе тарафынан тормошҡа ашырылған “Геройҙар ваҡыты” федераль программаһының бер өлөшөнә әйләнде.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

 

Автор:
Читайте нас